ҠӘРИПОВ Кәшфи (Кәшфеласрар Мәғҙәннур улы) [1892, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Байталлы а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 1918, Бөрө ҡ.], башҡ. шағиры. “Ғосмания” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1915) шунда уҡ уҡыта, “Тормош”, “Алға” гәз. эшләй. 1910—13 йй. “Нур” гәз. (С.‑ Петербург), “Аҡмулла” ж. тәүге шиғырҙарын баҫтыра. Ҡ. ижадында төп урынды мөхәббәт һәм тәбиғәт лирикаһы биләй (“Һағынам”, “Һөйәм”, “Тәбиғәт”, “Яҙ килә” шиғырҙары һ.б.). “Мөхәббәт шиғырҙары” (1914) китабының авторы. Ҡ. тарафынан Бөрө һәм Өфө театрҙарында ҡуйылған “Йософ—Зөләйха”, “Таһир—Зөһрә” драмалары, ш. уҡ “Ҡарт әтәс” комедияһы (әҫәрҙәренең текстары һаҡланмаған) яҙылғанлығы билдәле.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте. XX быуат башы. 2 китапта. 1‑се кит. Поэзия. Өфө, 1983.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке