ИШЕМҒОЛОВ Әмир Миңләхмәт улы [22.5.1960, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Әлимғол а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], зоотехник. Биол. ф. д‑ры (2005), проф. (2006). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2008), БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2003). БАХИ‑ны тамамлаған (1984 й.). 1988 й. алып (өҙөклөк м‑н) БНИПТИЖиК‑ла эшләй (1996 й. — лаб. мөдире). 1992— 95 йй. “Элита” ҒПБ (Өфө) директоры. 1998 й. алып Башҡ‑н умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге дир., 2003 й. — ген. директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡарасыбар тоҡомло һыйырҙарҙың күп һөт бирә торған көтөүен булдырыу, бал ҡорттарының башҡорт популяцияһын селекциялау һәм тәрбиәләү технологияһын эшләү, халыҡ медицинаһы һәм апитерапияны үҫтереү мәсьәләләренә арналған. И. ҡатнашлығында умартасылыҡ продукцияһы нигеҙендә 200‑ҙән ашыу дауалау‑иҫкәртеү һәм аҙыҡ продукттары, косметика саралары эшләнә, бал ҡорттарының Башҡорт тоҡомо сығарыла (2006 й.). 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2010). “Пчеловодство и апитерапия” (“Умартасылыҡ һәм апитерапия”) ж. баш мөхәррире (2002—05 йй.).

Хеҙм.: Селекция башкирской популяции пчёл. Уфа, 2001; Рациональное использование биологических ресурсов Башкортостана для развития пчеловодства. Уфа, 2005; Медоносные ресурсы Башкортостана. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке