Һеҙҙең иғтибарға башҡорт телендәге күп томлы Башҡорт энциклопедияһының электрон версияһын тәҡдим итәбеҙ. Баҫма рус телендәге күп томлыҡ Башҡорт энциклопедияһының (2005—11 йй.) яңы мәғлүмәттәр менән яңыртылған мәҡәләләре нигеҙендә “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы тарафынан эшләнде. Энциклопедияның 1-се томын төҙөүҙә 60-тан ашыу редакцион коллегия ағзаһы һәм тәржемәсе ҡатнашты (мәҡәләләрҙәге мәғлүмәттәр, статистика 2010–2011 йй. яңыртылды). 7 томдан торған баҫма 17 меңдән ашыу мәҡәләне туплаған, уның өстән бер өлөшө биографик характерҙа булған мәҡәләнән тора.

Башҡорт энциклопедияһы Башҡортостандың үткәне һәм бөгөнгөһөнә бәйле төрлө яҡлы белемде үҙ эсенә алған, уның Рәсәй һәм донъя цивилизацияһы үҫешенә индергән өлөшө тураһында милли-региональ типтағы универсаль белешмә. Энциклопедияға Башҡортостан менән тарихи, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәре булған донъя илдәре һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары; Башҡортостан Республикаһының торама пункттары; география объекттары (тауҙар, йылғалар, күлдәр һ.б.); иҡтисад тармаҡтары; предприятиелар, учреждениелар, ойошмалар; мөһим тарихи ваҡиғалар; республикала йәшәүсе халыҡтар тураһында мәҡәләләр ингән. Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған төплө мәғлүмәттәр тупланған, мәғариф, фән, әҙәбиәт һәм сәнғәткә бәйле мәсьәләләр сағылыш тапҡан.

Биографик мәҡәләләрҙә Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре менән бәйле тарихы сағылдырылған. Башҡортостан тарихында тәрән эҙ ҡалдырған көнсығыш хакимдары һәм урыҫ батшалары, илебеҙҙең һәм сит илдәрҙең сәйәси эшмәкәрҙәре; башҡорт кантондары башлыҡтары, халыҡ күтәрелештәре етәкселәре, революцион хәрәкәттәрҙә әүҙем ҡатнашыусылар, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары; республика етәкселәре, сәнәғәт, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар; күренекле фән, әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре; билдәле спортсылар һәм тренерҙар; дин әһелдәре һ.б. тураһында мәғлүмәт бирелгән. Баҫмала шулай уҡ төбәктең билдәле дворян нәҫелдәре, эшҡыуарҙар, тау сәнәғәте эшмәкәрҙәре, сәнғәт әһелдәре династиялары, башҡорт диаспораһы вәкилдәре һәм Башҡортостанда тыуып сит илдәрҙә танылыу алған кешеләр тураһында мәҡәләләр ҙә урын алған.

Яндекс.Метрика