Мәҡәләләр алфавит тәртибендә урынлаштырылған. Уларҙың атамалары ярым ҡалын баш хәрефтәр менән бирелә, мәҫ.: АКАДЕМИЯ. Әгәр мәҡәләнең исеме ике йәки бер-нисә һүҙҙән тора икән, беренсе урынға атамалағы төп һүҙ ҡуйыла, мәҫ.: АВИАЦИЯ ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ. Мәҡәләнең артынан өтөр аша нәҙек хәрефтәр менән ара ҡалдырып йыйылған синонимы күрһәтелергә мөмкин: АНЕМИЯ, аҙ ҡанлылыҡ. Текста ҡабатланған мәҡәләнең исеме тәүге хәрефтәре менән күрһәтелә, мәҫ.: АЙЫТ ТОРАМАҺЫ — А.т.

Мәҡәләнең исеменә ингән икенсе телдәрҙән үҙләштерелгән  терминдарҙың йәйәләр эсендә ҡыҫҡаса этимологик белешмәһе бар. Урыҫ телендә ижад ителгән спектаклдәрҙең, музыкаль һәм әҙәби әҫәрҙәрҙең исемдәре башҡортсаға тәржемәлә бирелә, йәйә эсендә оригинал исеме күрһәтелә. Боронғо һәм урта быуаттар яҙма ҡомартҡылары, урыҫ һәм башҡа телдәрҙә сыҡҡан ваҡытлы матбуғат баҫмаларының исемдәре башҡорт транскрипцияһында яҙыла һәм йәйәләр эсендә башҡортсаға тәржемә ителә.

Энциклопедия бер-береһен тулыландырған тематик яҡтан бәйле мәҡәләләрҙән тора. Уларҙы табыу еңелерәк булһын өсөн һылтанма системаһы файҙаланыла: һылтанылған мәҡәлә исеме курсив (гиперссылка) менән йыйылған.

1918 йылдың 31 ғинуарына тиклем булған ваҡиғалар иҫке (юлиан) календарь стиле менән, артабанғы даталар – яңы (григориан) стиль менән бирелә. Әҫәрҙең (әҙәби, музыкаль, ғилми һ.б.) исеменән һуң йәйәләр эсендә беренсе тапҡыр баҫылыу, ижад ителеү йәки ҡуйылыу (сәхнә әҫәре) йылы, ә наградалар, премиялар, исемдәр һ.б. һуң – исем биреү (тапшырыу) йылы бирелә. Мәҡәлә исеме итеп псевдоним бирелгән осраҡта, мәҡәләнең исеменән һуң, йәйәләр эсендә эшмәкәрҙең ысын исеме күрһәтелә.

Учреждениелар, административ-территориаль берәмектәр, дәүләт берәмектәренең исемдәре һ.б. телгә алынған ваҡыттағы аталышы буйынса бирелә. Башҡортостан торама пункттарының административ-территориаль билдәләнеше буйынса ентекле мәғлүмәттәр килтерелә, әле булғандарының ғына хәҙерге билдәләнеше асыҡлана.

Карталарҙың масштабын ҙурайтып ҡарау мөмкинлеге бар. Һәр мәҡәләнең авторы һәм тәржемәсеһе, нәшриәттә төҙөлгән мәҡәләләрҙең – тәржемәсеһе бирелә.

Энциклопедияла ҡыҫҡартыу системаһы файҙаланыла. Дөйөм ҡабул ителгән (“һ.б.”, “м‑н”) ҡыҫҡартыуҙарҙан тыш, тап ошо баҫмала ғына ҡаралған ҡыҫҡартыуҙар ҡулланыла. Үлсәү берәмектәре Халыҡ-ара үлсәү берәмектәре системаһына тап килә, шулай уҡ әҙәбиәттә осраған башҡа билдәләмәләр ҙә ҡулланыла.

Ҡыҫҡартыуҙар һәм аббревиатуралар исемлеге, шартлы билдәләр, мәҡәләләр исемлеге (“Алфавит” һылтанмаһы), библиография (монографиялар, документтар йыйынтығы, белешмә баҫмалар) сайттың уң яғында бирелгән.

Әлеге ваҡытта сайтта башҡорт телендәге Башҡорт энциклопедияһының беренсе томы, йәғни А һәм Б хәрефтәренә башланған мәҡәләләр менән танышырға мөмкин. Артабан энциклопедияның башҡа томдары ла интернетҡа һалынасаҡ.

Энциклопедияның мәҡәләләре буйынса үҙегеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе, төҙәтмәләрегеҙҙе беҙҙең электрон адресҡа “хат яҙыу” функцияһы аша ебәрә алаһығыҙ.

Яндекс.Метрика