ЛИТВА, ПОЛЬША ҺӘМ РӘСӘЙҘӘГЕ ЙӘҺҮД ЭШСЕЛӘРЕНЕҢ ДӨЙӨМ СОЮЗЫ, Бунд, Рәсәй империяһының көнбайыш өлөшөндә йәшәгән йәһүд эшселәре һәм һөнәрселәре мәнфәғәтен күҙәткән социал-демократик партия. 1897 й. Вильно ҡ. ойошторола. 1898—1903 йй. һәм 1906 й. алып РСДРП составында меньшевиктар программаһын яҡлаған автономиялы ойошма. Революция (1917) ваҡытында йәһүдтәрҙең хоҡуҡтарын сикләүҙе тыйған Ваҡытлы хөкүмәтте яҡлай, демократик республика һәм Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышын саҡырыу яҡлы була, большевиктар диктатураһына ҡаршы сығыш яһай; Граждандар һуғышында Аҡтар хәрәкәтенә ҡаршы көрәшә.

1917 й. 3 мартында Өфөлә Бундтың Өфө губерна бүлексәһе ойошторола. Майҙа бүлексәлә 85 кеше (тимер юл оҫтаханалары һәм шәхси пр‑тиелар эшселәре) иҫәптә торған. Окт. бүлексә сент. тарҡалған РСДРП‑ның берләшкән меньшевик-большевиктар Өфө губерна ойошмаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән РСДРП м‑н РСДРП(б)‑ның Өфө губерна ойошмаларына ҡушылмауы хаҡында белдерә. Бундсыларға ҡайһы партияға ҡарауҙарын ирекле билдәләү хоҡуғы бирелә; Я.А.Шик етәкс. партия ағзаларының күпселеге Бундтан сығып, РСДРП(б) составына инә, Ф.А.Фенстер етәкләгән аҙсылыҡ Бундта ҡала. Бунд бүлексәһе Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советында (1917 й. март—нояб.), Өфө ҡала думаһында (1917 й. июле — 1918 й. ғин., 1918 й. сент.—нояб.) үҙ вәкилдәрен үткәрә.

1918 й. бундсылар Өфө эсерҙары м‑н берлектә эш итә, 1919 й. ғин. Өфө ҡалаһының йәһүд соц. партиялары бюроһына инә; Бундтың ҡайһы бер ағзалары партияға алыуҙы һорап, РКП(б)‑ның Өфө губерна ком‑тына мөрәжәғәт итә. 1921 й. мартында Рәсәйҙә Бунд таратылғандан һуң бүлексә үҙ эшмәкәрлеген туҡтата. 30‑сы йй. Бунд ағзаларының күпселеге репрессияға дусар була. Бундтың Өфө губерна бүлексәһе Ваҡытлы ком‑ты, ком‑т президиумы рәйесе — Фенстер (1917).

Әҙәб.: Октябрь в Башкирии (октябрь 1917 г. — май 1918 г.): сб. док. и материалов. Уфа, 1987; Шкурко Э.А. Очерки истории евреев Башкортостана. 2‑е изд., испр. и доп. Уфа, 1999.

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика