МОЧЕВИНА, б ә ү е л с ә, карбамид, күмер к‑таһының диамиды (NH2)2CO, төҫһөҙ кристалл, һыуҙа, спиртта, шыйыҡ аммиакта, көкөртлө ангидридта эрей, хлороформда эремәй; тығыҙлығы 1330 кг/м3, tиреү 132,7°C. Төрлө матдәләр, водород перекисы, ғәҙәти туйындырылған углеводородтар м‑н берләшмәләр барлыҡҡа килтерә. 150—160°C тиклем йылытҡанда биурет барлыҡҡа килтереп тарҡала, һыу эреткестәрен йылытҡанда углерод диоксиды м‑н аммиакка тиклем гидролизлана, формальдегид м‑н конденсирлана. Галогендар, һелтеле металдар м‑н бәйләнешкә инә. Алкиллаштырғанда — алкил‑М., ацилирлағанда — уреидтар, спирттар м‑н тәьҫир итешкәндә уретандар барлыҡҡа килә. Күп кенә умыртҡалы хайуандарҙың һәм кешенең аҡһым алмашыныуы продукты, ҡанда, мускулда, шайыҡта, лимфала, һөттә һ.б. шыйыҡлыҡ һәм туҡымаларҙа табылған (кеше ҡанында нормала 18—38 мг/100 мг). Сәнәғәттә аммиактан һәм углерод диоксидынан алалар (180—230°C, 12—25 МПа). Карбамид ыҫмалалары, гербицидтар, гидразин, цианур к‑таһы, дарыуҙар өсөн сеймал булып тора. Туҡлыҡлы азотлы ашлама (46% азот) итеп, нефтте парафинһыҙлаштырыу өсөн, аҡһымлы‑витаминлы препараттар, майлы к‑талар, синтетик йыуыу саралары алыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. башында Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) М. етештереү үҙләштерелә (170— 180°C, 195 атм), 1966 й. алып голланд технологияһы б‑са производстволар эшләй. 1970 й. 540 мең т етештерелә, был ил б‑са етештерелгәндең 20%-ын тәшкил итә. 70‑се йй. булған ҡулайламаларға реконструкция үткәрелә, 1976 й. яңы производство эксплуатацияға индерелә. 1984 й. — 860, 2007 й. — 644, 2010 й. 600 мең т етештерелә.

Әҙәб.: П о т е р я х и н В.А., Ф а х р е е в Н.К., З ы к и н а Р.Ф. Комбинат. Уфа, 1998. 

У.М.Джемилев

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.