МӘҘӘНИ МИРАҪ ОБЪЕКТТАРЫ, т а р и х һ ә м м ә ҙ ә н и ә т ҡ о м а р т ҡ ы л а р ы, тарих, археология, архитектура, ҡала төҙөлөшө, һынлы сәнғәт, фән һәм техника, эстетика, этнология, антропология йәһәтенән ҡиммәтле һаналған һәм мәҙәниәттең барлыҡҡа килеүе, үҫеше т‑да мәғлүмәт сығанағы булған күсемһеҙ милек объекттары (ҡара: Тарихи сығанаҡтар). Бөтә М.м.о. дәүләт һаҡлауына алынған (ҡара: Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау). БР‑ҙа 5,6 меңдән ашыу М.м.о. иҫәпләнә (2015), ш. иҫ. 1891 тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы дәүләт һаҡлауы аҫтында. Шуларҙан 593 объект респ. мираҫы, ш. иҫ. 430— тарих, архитектура, 26 сәнғәт ҡомартҡыһы, 126 ҡәберлек, 4 урын тарих ҡомартҡыһы, 7 парк; 1297 федераль әһәмиәттәге ҡомартҡы, 1 урындағы мәҙәниәт ҡомартҡыһы (архитектура һәйкәле), 3733 асыҡланған объект. М.м.о. археологик ҡомартҡылар; архитектура ҡомартҡылары; тарих ҡомартҡылары — тарихи ваҡиғаларға, йәмғиәт һәм дәүләт, фән һәм техника, халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм көнкүреше үҫешенә, сәйәси, дәүләт һәм хәрби эшмәкәрҙәр, халыҡ батырҙары, фән, әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре тормошона бәйле урындар һәм объекттар (Ленин В.И. йорт-музейы, Егерме бишенсе уҡсылар дивизияһының Ағиҙел й. кисеп сыҡҡан урыны, М.К.Любавский, А.Ҡ.Мөбәрәков, Г.Ғ.Сөләймәнова, Ш.Ә.Хоҙайбирҙин һ.б. ҡәбере, Б.Я.Нуриманов, А.Д.Цюрупа, Ф.И.Шаляпин һ.б. йәшәгән йорттар); тарих һәм архитектура ҡомартҡылары — бер үк ваҡытта архитектура ҡомартҡыһы ла, һәм тарих ҡомартҡыһы ла булған объекттар (Аксаков халыҡ йорто, Дворяндар йыйылышы бинаһы, Тюлькин А.Э. йорт‑музейы һ.б.; ш. уҡ ҡара: Һынташтар, Кәшәнә); ҡала төҙөлөшө ҡомартҡылары — элек төҙөлгән торама пункттарҙың планировкалы структураһы (урам селтәре һ.б.); тарихи урындарҙа күпләп урынлашҡан архитектур ансамблдәр һәм комплекстар; майҙандар, ағас ултыртылған урындар, баҡсалар һәм парктар (Аксаков С.Т. исемендәге баҡса); индустриаль мираҫ объекттары (Верхотор заводы, Воскресенка заводы); ҡалаларҙың тарихи үҙәктәре (Үрге сауҙа майҙаны ансамбле); монументаль сәнғәт ҡомартҡылары — архитектур йәки тәбиғи мөхит өсөн булдырылған, идея-образ йәһәтенән теүәл әҫәрҙәр (Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр), биналарҙы скульптуралар, рәсемдәр һ.б. м‑н биҙәү (ҡара: Витраж, Монументаль сәнғәт) инә.

Әҙәб.: Л е б е д е в А.И. Проблемы охраны памятников истории, градостроительства и архитектуры в республике //Проблемы градостроительного развития Республики Башкортостан: сб. материалов науч.‑практ. конф. Уфа, 1993; О б ы д ё н н о в М.Ф. Историко-культурное наследие народов Башкортостана — объект археологии: вопросы сохранения и использования. Уфа, 2007. 

А.И.Лебедев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.