ҠАЯҒА ТӨШӨРӨЛГӘН ҺҮРӘТТӘР, мәмерйә стеналарына һәм түшәмдәренә, асыҡ ҡая өҫтәренә һәм айырым таштарға төшөрөлгән һүрәттәр рәүешендәге археологик ҡомартҡылар. Башҡарыу техникаһы б‑са Ҡ.т.һ. яҙыуҙарға (буяу пигменты м‑н эшләнгән), петроглифтарға (ташҡа соҡоп төшөрөлгән) һәм барельефтарға айырып йөрөтөлә.

Башҡортостан терр‑яһында билдәле булған Ҡ.т.һ. башлыса ҡыҙыл охра м‑н эшләнгән һүрәттәрҙән тора; уларҙың иң боронғолары таш быуатҡа ҡарай. 2—3‑әр фигуралы төркөмдәрҙән торған хайуан (үгеҙ, дөйә, мышы йәки болан, ат, мамонт, айыу һ.б.), ҡош (башлыса һыу ҡошо), кеше һынына оҡшаш һүрәттәр, геом. фигуралар, билдәләр (ҡояшты кәүҙәләндергән һ.б.) йышыраҡ осрай. Палеолит осорона ҡараған Ҡ.т.һ. — Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Игнат ғибәҙәтханаһында, Иҙрис яҙыуҙарында, мезолит осороноҡо — Мораҙым тораһы һәм яҙыуында, неолит осороноҡо — Бурановка тораһы һәм яҙыуҙарында, энеолит осороноҡо Ҡолмәт яҙыуында табылған.

Башҡортостанда барлығы 30‑ҙан ашыу Ҡ.т.һ. табылған. Ҡ.т.һ. янында, ҡағиҙә булараҡ, ҡәберҙәр, ғибәҙәтханалар һәм торалар урынлашҡан. Ҡ.т.һ. Көньяҡ Уралда йәшәгән боронғо халыҡтың хужалығын һәм рухи мәҙәниәтен, төрлө дини ҡараштарын (ҡара: Анимизм, Тотемизм), үҫешкән йолалар системаһын сағылдыра.

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика