“АМАНАТ”, балалар һәм үҫмерҙәр журналы. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы — 17 мең дананан ашыу (2010). 1929 й. мартынан — БАССР мәғарифы ХК органы булараҡ “Керпе”, 1930 й. алып “Пионер” (1933 й. тиклем башланғыс мәктәптең 3—4 кластары өсөн журнал‑дәреслек булараҡ сыға) исемдәре аҫтында нәшер ителә; 1991 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 1941—52 йй. нәшер ителмәй. “А.” уҡыусыларҙы Башҡортостан халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте м‑н таныштыра, балалар әҙәбиәте әҫәрҙәрен, мәктәп тормошо, уҡыусыларҙың ялын ойоштороу хаҡында мәҡәләләр баҫтыра. Журнал биттәрендә балалар ижады мөһим урынды биләй. Рубрикалары: “Мәңгелек сер”, “Хат‑хәбәр”, “Төйәгем тарихы”, “Тәбиғәткә асыҡ тәҙрә”, “Тиҫтерҙәрҙең ижады” һ.б.

Баш мөхәррирҙәре: М.Хәй (1930), Ф.Тимерғәзин (1930, 1931), З.А.Биишева (1931), А.Урманов (1932—33), М.Марат (1934), А.Әмин (1936), Ғ.В.Ғөзәйеров (1937, 1938 й. майына тиклем), В.В.Нафиҡов (1938 й. майынан), Һ.Ә.Әсәҙуллин (1939), Р.Күлбаева (1940), Н.Тимашев (1941 й. ғин.—май), Ш.Бикҡол (1952—62, 1968—77), Р.В.Зарипов (1962 й. алып), М.Н.Кәримов (1964 й. алып), Д.М.Бүләков (1977 й. алып), Д.Н.Ғабдуллин (1987 й. алып), Ю.Ғ.Кәримов (1989 й. алып), К.Я.Яйыҡбаев (1992 й. алып), Н.Б.Мәһәҙиев (1996 й. алып), А.Х.Дәүләтбәков (2002 й. алып), С.Ш.Ярмуллин (2006 й. алып).

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика