ҠУЯН ҺЫМАҠТАР (Lagomorpha), имеҙеүселәр отряды. 4 ғаиләһе, 65 төрө билдәле. БР‑ҙа 2 ғаиләгә (ҡуяндар һәм бесәнсе ҡомаҡтар) ҡараған 3 төрө бар. Кәүҙәһе тар, оҙонса, ян- яҡтарынан бер аҙ ҡыҫылған, оҙонлоғо 28‑ҙән алып (бесәнсе ҡомаҡ) 70 см тиклем (үрғуян), ауырлығы 100 г алып 5 кг тиклем. Йөнөнөң төҫө һоро, көрәнһыу һары, көрән, ҡара-көрән; ҡыш көнө асығыраҡ (үрғуян, бесәнсе ҡомаҡ) йәки аҡ (аҡ ҡуян) төҫтә. Ҡуяндарҙың ҡолағы ҙур, оҙон (ҡолаҡ осо йыл әйләнәһенә ҡара төҫтә), бесәнсе ҡомаҡтыҡы — ҡыҫҡа, йомро. Ирене ҡалын, тәрән йырылған, хәрәкәтсән; мыйығы оҙон. Һөйәкле аңҡауы тар пластинка рәүешендә. Өҫкө яңағында 2 рәт булып 2 пар ҡырҡҡыс тештәре урынлашҡан; алғылары эрерәк, даими рәүештә үҫәләр. Ҡаҙыҡ тештәре юҡ; ҡырҡҡыс һәм аҙау тештәре араһында ҙур ара — диастема — бар. Алғы аяғы — биш, артҡылары дүрт бармаҡлы (ҡуяндарҙыҡы алғыларына ҡарағанда күпкә оҙонораҡ), тырнаҡтары үҫешкән; тәпәйе өҫ һәм аҫ яҡтан ҡуйы йөн м‑н ҡапланған. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Ашҡаҙаны ике бүлектән тора. Аутокопрофагия (экскременттарын ашау) хас, был ҡаты үҫемлек аҙығын тулыраҡ үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Полигам. Енси яҡтан 1 йылда өлгөрә. Ҡуян — йылына 3—4 тапҡыр 2—8 (ҡайһы берҙә 15‑кә тиклем) күҙе күргән, йөн м‑н ҡапланған бала; бесәнсе ҡо‑ маҡ йылына 2 тапҡыр 2—7 һуҡыр, яланғас бала тыуҙыра. 9 йылға тиклем йәшәй. Йәйен үлән, ҡышын ҡу‑ яндар — ағас ботағы һәм ҡайыры, бесәнсе ҡомаҡ үҙе алдан бәләкәй кәбәндәр итеп өйөп әҙерләгән үҫемлек м‑н туҡлана. Аҡ ҡуян — урманды, ҡыуаҡлыҡты, дала һыҙаһын, үрғуян йырғыланған рельефлы урындарҙы төйәк итә. Йәшенеү урындарын ағас, ҡыуаҡ аҫтында, үлән араһында яһайҙар; ҡышын ҡар аҫтында эшләүҙәре мөмкин (үрғуян — 2 м тиклем тәрәнлектә). Бесәнсе ҡомаҡ ҡыуаҡлығы булған ташлы далала тереклек итә; өңдә йәшәй, ҡар аҫтында 40 м тиклем оҙонлоҡтағы юлдар һала. Ҡуян респ. бөтә терр‑яһында таралған, бесәнсе ҡомаҡ һирәкләп Башҡортостандың Урал аръяғының һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяғында осрай. Һунар объекты булып торалар. Ҡуян баҡсаларға һәм ултыртылған урман һыҙаттарына зыян килтерә, кеше һәм хайуандарҙың туляремия, токсоплазмоз һ.б. инфекцион ауырыуҙары тыуҙырғыстарын таратыусы булырға мөмкин. Бесәнсе ҡомаҡ БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика