“АЛЛАҺЫҘ”, ижт.‑сәйәси, фәнни һәм әҙәби журнал. Һуғышсан аллаһыҙҙар союзының Башҡ‑н өлкә советы органы (ҡара: Атеизм). Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға (1929 й. айырым һандарҙың исемдәре һәм текст өлөштәре — татар телендә). 1928 й. майынан — “Дәһри”, 1929 й. ғин. алып 1935 й. июненә тиклем “А.” исеме м‑н нәшер ителә. 1933 й. бер һан донъя күрә. Фәнни, дингә ҡаршы материалдар, әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр баҫтыра, халыҡтың грамоталылығын үҫтерергә саҡыра. Баҫманың төрлө йылдарҙа мөхәррирҙәре: Б.Ишемғол, Г.Алтай, Ш.Шәһәр, Г.Сирай һ.б.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018