“КРАЕВЕДЧЕСКИЙ СБОРНИК” (“Тыуған яҡты өйрәнеү йыйынтығы”), Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте журналы. Өфөлә урыҫ телендә сыға. 1926—27 йй. “Башкирский краеведческий сборник” (“Башҡортостан тыуған яҡты өйрәнеү йыйынтығы”); 1930 й. “К.с.” исеме м‑н нәшер ителә. Бөтәһе 4 һаны донъя күрә. Башҡорттарҙың һәм респ. башҡа халыҡтарҙың этнографияһы, тел ғилеме, фольклоры, демографияһы, Башҡортостандың геол., флораһы, фаунаһы һ.б. т‑да материалдар баҫыла. Мөхәррире — Ш.Сөнчәләй.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на башкирском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.