“ЙӘШЛЕК”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Өфөлә аҙнаһына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы – 14 мең дананан ашыу (2012). Тарихы “Йәш юҡсыл” (ҡара: “Йәш коммунар”) һәм “Башҡортостан йәштәре” (1925 й.  алып) гәз. башлана, 1930 й. алып “Ленинсы” исеме м‑н, 1951 й. — “Ленинец” (ҡара: “Молодёжная газета”) гәз. тәржемә баҫмаһы булараҡ нәшер ителә, 1990 й. башлап хәҙ. исеме м‑н үҙ аллы гәзит булып сыға. 1941 й. авг. — 1950 й. дек. гәзит нәшер ителмәй. Гәзиттә йәш быуынды әхлаҡи һәм рухи яҡтан тәрбиәләү, башҡ. халҡының тарихы һәм мәҙәниәте б‑са мәҡәләләр баҫыла, сәйәси, соц.‑иҡт., хәҙ. йәштәр һәм БР‑ҙа йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һ.б. мәсьәләләр яҡтыртыла. Рубрикалары: “Замандашың”, “Көнүҙәк мәсьәлә”, “Өс һөйләм”, “Сәйәсәт кенә түгел”, “Фекер” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: М.Хәй (1931), А.К. Әминев (1932—34, 1936—38), Ғ.В.Ғөзәйеров (1939 й. алып), Ғ.М.Ғарипов (1951 й. алып), Р.М.Дашкин (1956 й. алып), М.А. Ғафуров (1967 й. алып), В.Х.Мостафин (1973 й. алып), У.Ғ.Сәйетов (1980 й. алып), М.Т.Әбүзәров (1982 й. алып), Б.Ғ.Наҙарғолов (1989 й. алып), А.М.Иҙелбаев (1991 й. алып), Н.Б.Сәлимов (1994 й. алып), Ғ.М.Яруллин (1997 й. алып), С.Ш.Ярмуллин (2000 й. алып), А.Х.Дәүләтбәков (2006 й. алып).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика