ИҠТИСАДИ КРӘҪТИӘНДӘР, Рәсәйҙә 18 б. 2‑се ярт. крәҫтиәндәр категорияһы, 1794 й. сиркәү ерҙәрен дәүләт мөлкәтенә әйләндереү арҡаһында Экономия коллегияһы ҡарамағына бирелгән элекке монастырь крәҫтиәндәренән формалаша. И.к. дәүләт ерендә йәшәгән һәм бүлеп бирелгән ерҙән файҙаланған, монастырь ерҙәренең бер өлөшөн алған. Бөтә И.к. өсөн барщина (ҡара: Йөкләмәләр) йәки натураль оброк йән башына аҡсалата оброк (ҡара: Һалымдар) м‑н алмаштырылған. 1786 й. Экономия коллегияһын бөтөрөү һөҙөмтәһендә, И.к. ҡаҙна палаталары ҡарамағына күскән, артабан дәүләт крәҫтиәндәре иҫәбенә индерелгән. Башҡортостанда был категория 17 б. төбәктә монастырҙар (уларҙың ерендә крәҫтиән ауылдары ойошторолған) барлыҡҡа килгәс, артабан башлыса монастырь крәҫтиәндәрен башҡа губерналарҙан күсереү һәм халыҡ һанының тәбиғи үҫеше һөҙөмтәһендә формалашҡан. 1800 й., 5‑се ревизия мәғлүмәттәре б‑са, Ырымбур губернаһында И.к. һаны 6587 ир‑ат (халыҡтың 1,78%‑ы) тәшкил иткән.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика