ИНАН ӘБДЕЛҠАДИР [ысын исеме Сөләймәнов Фәтхелҡадир Мостафа улы; 29.11.1889, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Шығай а. (Силәбе өлк. Сосновка р-ны) – 1.10.1976, Анкара], шәрҡиәтсе, яҙыусы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Проф. (1936; 1944—45 йй. дәрәжәһенән мәхрүм ителә). “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (1914). 1918 й. “Башҡорт” гәз. мөхәррире, 1920 й. апр. алып АСБР-ҙың Дәүләт нәшриәте коллегияһы ағзаһы. Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ының 1920 й. 19 майындағы “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” ҡарарына ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерә, протест йөҙөнән вазифаһын ҡалдырып, Урта Азияға сығып китә. Баҫмасыларға ҡушыла. 1923 й. алып Афғанстан, Иран, Һиндостанда йәшәй, 1925 й. — Төркиәлә: Төркиәт ин‑тында, 1933—44 йй. Төрөк лингвистик йәмғиәтендә (икеһе лә — Истанбул ҡ.), 1955—61 йй. Анкара ун‑тында, 1964—71 йй. Төрөк мәҙәниәте ин‑тында (Анкара) эшләй. 1961—64 йй. Төркиә Хөкүмәтенең дин эштәре б‑са департаменты хеҙм‑ре. И.Ә. “Башҡорт моңо”, “Аҡшан батыр”, “Моңло төн” (бөтәһе лә — 20 б. 1‑се сиреге) әҫәрҙәрендә башҡ. халҡының ҡаһарман үткәне данлана. “Салауат батыр” тарихи драмаһы Башҡорт драма театрының репертуарына ингән. Фәнни тикшеренеүҙәре төрки халыҡтарҙың тарихы, этнологияһы һәм тел ғилеменә, исламға тиклемге инаныуҙар, исламдың Урал‑Волга буйында һәм Себерҙә таралыуы мәсьәләләренә арналған. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Башҡорт йәйләүендә: һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1996; Шаманизм тарихта һәм бөгөн. Өфө, 1998; Служение: сб. тр. башк. ученых-эмигрантов – лидеров нац.-освоб. движения 1917—1920 годов. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Әҙәб.: Судьба и наследие башкирских ученых-эмигрантов /Д.Ж.Валеев [и др.]. Уфа, 1995.

С.М.Исхаҡов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Портрет: Әбделҡадир Инан

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика