ЗЕМСТВО ХӘРӘКӘТЕ, 19 б. 70‑се йй. — 20 б. башында земство гласныйҙары һәм интеллигенцияһының земстволарҙың хоҡуҡтарын киңәйтеүгә һәм земство үҙидара принциптарын юғары дәүләт власы төҙөлөшөнә индереүгә йүнәлтелгән либераль‑оппозицион ижт. һәм сәйәси эшмәкәрлеге. Император исеменә, Сенатҡа йәки ЭЭМ‑ға земство мөрәжәғәттәре, үтенестәре, ялыуҙары ебәреү, йәшерен йыйылыштар һәм съездар үткәреү, сит илдә земство эшмәкәрҙәренең программаһын һәм тактикаһын пропагандалаусы брошюралар һәм мәҡәләләр нәшер итеү, һуңыраҡ йәшерен сәйәси партиялар төҙөү юлы м‑н алып барыла. 1894 й. Өфө земствоһы вәкилдәре Николай II исеменә яҙылған Бөтә халыҡ мөрәжәғәтенә ҡул ҡуя, улар унда Рәсәйҙә идара итеүҙең конституцион формаһын индерергә, земство ойошмаларының хоҡуҡтарын киңәйтергә саҡыра. Өфө земство эшмәкәрҙәре дөйөм һайлау хоҡуғы урынлаштырыу, законлылыҡты һаҡлау, дин иреклеген таныу, тән язаһын бөтөрөү һ.б. талаптар м‑н сығыш яһай. Земство эшмәкәрҙәренең Дәүләт думаһы ағзаһы итеп һайланыуы уларҙың ижт. эшмәкәрлеген таныу була. 1‑се Дәүләт думаһына П.П.Толстой һәм Г.В.Гутоп (Өфө земствоһы), С.С.Йәнтүрин, Ҡ.Б.Тәвкилев, Ш.Ш.Сыртланов (Бәләбәй земствоһы), С.П.Балахонцев (Бөрө земствоһы) һайлана. М.М.Биғлов (Златоуст земствоһы), Тәвкилев һәм Сыртланов (Бәләбәй земствоһы) — 2‑се, Ю.Ю.Блюменталь һәм Тәвкилев (Бәләбәй земствоһы), Гутоп һәм А.П.Толстой (Өфө земствоһы) 3‑сө Дәүләт думаһы ағзаһы була.

Әҙәб.: Земство мәҡ. ҡарағыҙ.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика