ЕРҘӘ ҺИРӘК ЭЛЕМЕНТТАР, Д.И.Менделеев периодик системаһының III төркөмөнә ҡараған 17 химик элемент (скандий, иттрий, лантан, еңел лантаноидтар — церий, празеодим, неодим, прометий, самарий, европий һәм ауыр лантаноидтар — гадолиний, тербий, диспрозий, гольмий, эрбий, тулий, иттербий, лютеций). Металдар көмөштәй аҡ төҫтә; празеодим, неодим һарғылт төҫмөрлө. Һығылмалылар, электр тогын үткәрәләр, механик юл м‑н еңел эшкәртеләләр. Һыу м‑н, тоҙ, көкөрт, азот к‑талары м‑н реакцияға инәләр. Еңел лантаноидтар — һауала бүлмә т‑раһында, ауырҙары 180—200°С тиклем йылытҡанда окислана. Интерметаллидтар, комплекслы берләшмәләр һ.б. барлыҡҡа килтерәләр. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. алып Химия ин‑тында лантаноидтар химияһын тикшереү башлана. Ю.Б.Монаков етәкс. каучук синтезында Е.һ.э. комплекслы берләшмәләренең каталитик активлығы асыҡлана. Неодим нигеҙендәге катализатор алыу технологияһы эшләнә, 70‑се йй. аҙ. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында (ҡара: “Каучук”) индерелә, 80‑се йй. уртаһынан заводтың тәж. ҡоролмаларында Е.һ.э. хлоридтарын синтезлау башҡарыла. Ю.Е.Никитин тарафынан лантаноидтарҙы бүлеп сығарыу, айырып алыу (ҡара: Сорбция, Экстракция) өсөн экстрагенттар уйлап табыла. Нефтехимия производстволары ҒТИ‑ның тәж. з‑дында (Өфө) нефть сульфоксидтары сығарыла, 70‑се йй. алып уларҙы ҡулланып Дәүләт һирәк металдар сәнәғәте ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тының Пышма тәж. з‑дында (Үрге Пышма ҡ.) үтә таҙа иттрий оксиды етештерелә. В.П.Казаков етәкс. Е.һ.э. иондары ҡатнашлығында барған хемилюминесцент реакциялар булыуы асыҡлана; нейтронлы, нейтринлы нурланыштарҙы (гадолиний комплекстары электрондарҙы тартып ала) теркәү өсөн сцинтиллятор эшләнә, ул 80‑се йй. аҙ. Ровно АЭС‑нда индерелә. Респ. Е.һ.э. крекинг, гидрирлау өсөн катализаторҙар составында һ.б. ҡулланыла.

В.П.Казаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика