ИҪКЕРГӘН ҺҮҘҘӘР, актив ҡулланылыштан төшөп ҡалған, әммә пассив һүҙлектә һаҡланған һәм күпселек һөйләшеүселәргә аңлайышлы булған һүҙҙәр. Телдә төҙөлөшө төрлө дәрәжәлә иҫкергән булыуы, архаизацияның төрлө сәбәптәре һәм ҡулланыу характеры м‑н билдәләнгән иҫкергән лексика системаһын барлыҡҡа килтерәләр; пассив фондтан активҡа күсә алалар йәки, киреһенсә, телмәрҙә ҡулланылмай башлайҙар. Архаизацияның сәбәптәренән сығып И.һ. тарихи һүҙҙәргә һәм архаизмдарға бүленә. Тарихи һүҙҙәр — үҙҙәре аңлатҡан төшөнсәләрҙең юҡҡа сығыуы арҡаһында ҡулланылыштан төшөп ҡалған һүҙ һәм әйтемдәр, мәҫ., барымта, “даруға” (ҡара: Даруға), “әҙернә” (йәйә), “һарайта” (панцирь) һ.б. Синонимдары юҡ. Тарихи һүҙҙәрҙең телдә килеп сығыуы телдән тыш (экстралингвистик) сәбәптәргә бәйле: йәмғиәт, фән, мәҙәниәт үҫеше, халыҡтың ғөрөф‑ғәҙәте һәм көндәлек тормошо үҙгәреү. Архаизмдар — хәҙерге замандың реаль төшөнсәләрен атаусы һүҙҙәр, әммә улар актив ҡулланылыштан синонимик лексик берәмектәр тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған. Архаизмдарҙың типтары: 1) лексик: а) төп лексик — тулыһынса иҫкергән һүҙҙәр: “атҡарма” (президиум), “лөғәт” (һүҙ, һүҙлек); б) хәҙерге варианттарҙан бер нисә өн м‑н генә айырылған лексик‑фонетик: “ғаҡыл” — “аҡыл”, “уғыл” — “ул”, “ҡоҙроҡ” — “ҡойроҡ”; в) хәҙерге телдең синонимик һүҙенән тик һүҙ яһаусы элементы, күпселек осраҡта аффикс м‑н генә айырылған лексик һүҙьяһалыш: “аҙман” — “аҙғын”, “алаһы” — “аласаҡ” (бурыс), “баҙарҡан” — “баҙарсы” (баҙарҙа һатыусы йәки һатып алыусы); 2) семантик — актив һүҙлектәге һүҙҙәрҙең иҫкергән мәғәнәһе: “мәжлес” (иҫкергәне “йыйылыш” — хәҙ. “саҡырыулы аш мәжлесе, байрам”), “батман” (“боронғо ауырлыҡ үлсәүе” — “бәләкәй тәпән”), “бәндә” (“ҡол, хеҙмәтсе” — “кешесек, кешекәй”). И.һ. нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәрендә билдәле бер тарихи дәүерҙе күҙ алдына килтереүгә ярҙам итеүсе һүрәтләү сараһы булараҡ, ш. уҡ тарихи һүҙҙәр фәнни‑тарихи әҙәбиәттә үткән дәүерҙәрҙең реаль төшөнсәләрен атау өсөн ҡулланыла.

Әҙәб.: Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең лексикаһы һәм терминологияһы. Стәрлетамаҡ, 2002.

Ғ.Ғ.Ҡаһарманов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.