БАШҠОРТОСТАН ҮҘӘК БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ, БАССРэшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтарының Үҙәк башҡарма комитеты, БашҮБК, БАССР дәүләт власының закондар сығарыусы, ойоштороусы һәм контролдә тотоусы юғары органы, БАССР Советтары съездары араһындағы осорҙа эшләй. 1920 й. 28 июлендә Стәрлетамаҡ ҡ. АСБР Советтарының 1‑се съезында РСФСР Конституцияһына һәм Бөтә Рәсәй ҮБК һәм ХКС‑тың “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” ҡарарына ярашлы ойошторола, Башҡортостан хәрби-революцион комитетының судһыҙ хәл итеү вәкәләттәрен ҡабул итә. 1922 й. алып Өфөлә эшләй. БАССР Советтары съездарында һайлана. БАССР совет власы органдары эшмәкәрлеген контролдә тота. БАССР совет власы органдары м-н берҙәм аппаратта була. 36 ағза инә, 1921 й. алып 50, 1931 й. — 164, 1935 й. — 230. Сессия рәүешендә эшләй (сессиялар БАССР Советтары съездары араһында кәм тигәндә 3 ҡабат саҡырыла). Сессиялар араһында БАССР ҮБК ағзалары вәкәләттәрен рәйес етәкселегендәге БАССР ҮБК Президиумы ағзаларына тапшыра. 1922—23 йй. һәм 1930— 31 йй. БашҮБК административ‑территориаль ҡоролош реформаһы үткәрә, 1924—25 йй. һәм 1936—37 йй. БАССР Конституцияһы проектын эшләй. Айырыуса мөһим һәм ашығыс мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн БашҮБК эргәһендә ваҡытлыса йәки даими махсус комиссиялар һәм комитеттар эшләй: Башҡ‑н өлкә асығыусыларға ярҙам комиссияһы һәм Аслыҡ эҙемтәләре м‑н көрәш б‑са үҙәк комиссия (ҡара: Асығыусыларға ярҙам комиссиялары), балалар тормошон, ҡатын-ҡыҙ, эшселәр һәм крәҫтиәндәр көнкүрешен яҡшыртыу б‑са, ауырыу һәм яралы ҡыҙылармеецтарға ярҙам комиссиялары, метрик комиссиялар, Яңы башҡорт алфавиты комитеты, үҙәк һайлау комиссияһы һ.б. 1938 й. 25 июлендә БАССР ЮС‑ының 1‑се саҡырылышының 1‑се сессияһында бөтөрөлә, вәкәләттәре ЮС‑ҡа тапшырыла. БАССР ҮБК Президиумы рәйестәре: Ғ.К.Шәмиғолов (1920 й. июль—окт.), Ф.С.Мансырев (1920—21 йй.), М.Л.Мортазин (1921—22 йй.), Ш.Ә.Хоҙайбирҙин (1922 й. февр.—июле), Х.Ҡ.Ҡушаев (1922—29 йй.), Т.Ш.Шафиҡов (1929—31 йй.), А.М.Таһиров (1931— 37 йй.), Р.К.Ибраһимов (1937—38 йй.).

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика