БАШҠОРТОСТАН, 1) ҡара: Башҡортостан Республикаһы. 2) Башҡорттар йәшәгән тарихи‑геогр. өлкә. Урта Уралдың көньяҡ өлөшөн, Көньяҡ Уралды, Урта Волга аръяғын, Урал алдын (Волга һәм Урал йй. араһына тиклем) һәм Урал аръяғын (Тубыл й. тиклем) үҙ эсенә ала. Б. сиктәре төньяҡта Чусовая һәм Тура йй. тиклем, төньяҡ‑көнсығышта Тура й. тамағына тиклем, көнсығышта Тубыл һәм Тура йй. (урыны м‑н Ишем һәм Иртыш йй.) тиклем, көньяҡ‑көнсығышта Илек һәм Ырғыҙ йй. (урыны м‑н Эмба й.) тиклем, көньяҡта Урал й. түбәнге ағымына тиклем, көньяҡ-көнбайышта Волга й. урта ағымына (урыны м‑н Оло һәм Кесе Үҙән йй.) тиклем, көнбайышта Волга һәм Кама йй. тиклем, төньяҡ-көнбайышта Чусовая й. Камаға ҡойған ергә тиклем барып еткән. Б. т‑дағы мәғлүмәттәр Урта быуат Көнсығыш (Сәлләм Тәржемән, Ибн Фаҙлан, Балхи, Масуди, Ибн Руста, Мәхмүт Ҡашғари, Иҙриси һ.б.) һәм Көнбайыш Европа (Плано Карпини, В.Рубрук, Юлиан һ.б.) авторҙары хеҙмәттәрендә бар. Плано Карпини Б. “Баскарты” исеме м‑н телгә ала, Рубрук “Паскатирҙар ере” т‑да яҙа. Поляк тарихсыһы һәм географы Матвей Меховский (1457— 1523) “Азия һәм Европа Сарматияһы тураһында трактат” (1517; лат. т.) хеҙмәтендә, “Московиянан ары төньяҡ- көнсығышта төньяҡ Азия ситендә, Скифия тип аталған ерҙә Пермь, Башҡортостан, Черемисса, Югра һәм Корела... урынлашҡан”, тип яҙа. Б. һәм уның терр‑яһындағы геогр. объекттар Урта быуат Көнсығыш һәм Көнбайыш Европа географик карталарында күрһәтелгән. Иҙрисиҙең “халыҡ йәшәгән өлкәләр” картаһында (1154) “Башҡорттар иле” Урал буйында күрһәтелгән, уның терр‑яһында хәҙерге Урал тауҙары, Ағиҙел, Кама, Өфө һәм Әй йй. төшөрөлгән. Ағалы-ҡустылы Пициганолар картаһында (1367), Каталония атласы (1377) карталарының береһендә, Г.Меркатор (1512—94), А.Ортелий (1527— 97), И.Масса (1587—1635), Н.Сансон (1600—67), Н.Витсен (1641—1717) һ.б. карталарында Б. “Башҡорттар”, “Башҡорт урҙаһы”, “Башҡортостан, йәғни башҡорттар иле” һ.б. исемдәр м‑н ш. уҡ Урал буйында күрһәтелә. Урыҫ яҙма сығанаҡтарында (ҡара: Тарихи сығанаҡтар) Б. “Башҡорт ере”, “Аҡ Волга ере”, “Башҡорт”, “Башҡорт урҙаһы”, “Башкирда”, “Башҡортостан” исеме м‑н телгә алына.

Б.э. 2‑се мең йыллығында Б. Алтын Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы составына инә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, уның терр‑яһында Өфө өйәҙе ойошторола, 1737 й. Б. Урал аръяғы өлөшө Исәт провинцияһы составына инә. 1744 й. Б. төп өлөшөндә Ырымбур губернаһы ойошторола (1781 й. — Өфө наместниклығы, 1796 й. алып яңынан Ырымбур губ. итеп үҙгәртелә, 1865 й. Ырымбур һәм Өфө губерналарына бүленә). 18 б. аҙ. — 19 б. 1‑се ярт. Б. ситке өлөштәре Вятка губернаһы, Пермь губернаһы, Һамар губернаһы, Һарытау губернаһы һәм Тубыл губ. составына инә. 1917 й. Башҡорт мәркәз шураһы Б. автономияһын иғлан итә (ҡара: Административ‑территориаль ҡоролош, Бәләкәй Башҡортостан, Оло Башҡортостан). 1917 — 20‑се йй. аҙағында ш. уҡ “Башҡурдистан” исеме ҡулланыла. Хәҙерге көндә был ерҙәрҙә Башҡортостан Республикаһы, Пермь крайының көньяҡ өлөшө, Свердловск өлкәһенең көньяҡ‑көнбайыш өлөшө, Силәбе өлкәһе, Ҡурған өлкәһенең көнбайыш өлөшө, Ырымбур өлкәһе, Һамар өлкәһенең төньяҡ‑көнсығыш өлөшө, Һарытау өлкәһенең көнсығыш өлөшө, Татарстандың көнсығыш өлөшө, Удмуртияның көньяҡ‑көнсығыш өлөшө урынлашҡан.

Әҙәб.: Иванов В.А. Откуда ты, мой предок? СПб., 1994; Псянчин А.В. Башкортостан на старых картах: история географического изучения и картографирования. Уфа, 2001.

А.В.Псәнчин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Карта России Г.Меркатора (фрагмент). 1554

Карта Сибири Н.Витсена (фрагмент). 1680 — 90-е гг.

 

Яндекс.Метрика