“БАШГИПРОАГРОПРОМ” проект институты, ААЙ. 1963 й. Өфөлә “Сельхозтехника” Башҡ‑н респ. берекмәһе эргәһендәге проект‑смета бюроһы булараҡ төҙөлә, 1966 й. алып проект‑конструкторлыҡ бюроһы, 1970 й. — “Башсельхозтехпроект” проект контораһы, 1988 й. — “Южуралагропромтехпроект” проект һәм проект‑технология ин‑тының Башҡ‑н филиалы, 1989 й. — “Башагропромтехпроект” проект һәм проект‑технология (1997 й. башлап — аҙыҡ һәм эшкәртеү сәнәғәте) ин‑ты, 2000 й. — ФДУП, 2007 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: аҙыҡ һәм эшкәртеү сәнәғәте пр‑тиелары, АСК‑ның производство объекттары, торлаҡ‑граждан тәғәйенләнешле объекттар төҙөү өсөн проект‑смета документацияһы әҙерләү. Институт составында 16 махсуслашҡан бүлек. 2010 й. 114 кеше эшләгән. Институт проекттары б‑са Аграр университеттың ветеринария мед. ф‑ты, Дүртөйлө ит комбинаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының малсылыҡ комплекстары, Учалы универсаль ит эшкәртеү пр‑тиеһы, “Янаулагропроммясо” МУП‑ы, «“Балтика” һыра ҡайнатыу компанияһы» ААЙ (Новосибирск ҡ.) филиалының һыуытҡыс‑компрессор цехы төҙөлә, Чехов А.П. исемендәге шифахана тергеҙелә һәм реконструкциялана һ.б. Дир.: Ю.П.Петров (1963 й. алып) Ю.А.Филимонов (1966 й. алып), А.Д.Костеренко (1981 й. алып), А.В.Гольник (1993 й. алып), А.Х.Әминев (1994 й. алып).

А.Х.Әминев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика