РӘСӘЙ ИСЛАМ УНИВЕРСИТЕТЫ, М о с о л м а н д а р ҙ ы ң  Ү ҙ ә к  Д и н и ә  н а з а р а т ы н ы ң  Р ә с ә й  и с л а м  у н и в е р с и т е т ы, дәүләт ҡарамағында булмаған юғары уҡыу йорто. 1999 й. Өфөлә Р.Фәхретдин ис. мәҙрәсә (1989 й. ойошторолған) базаһында Р.Фәхретдин ис. Рәсәй ислам ун‑ты булараҡ асыла, 2003 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Университет составына 3 ф‑т (теология‑пед., ислам ғилеме сығанаҡтары нигеҙҙәре һәм тарихы, квалификация күтәреү), 7 каф., ш. иҫ. 2 вуз‑ара (БДПУ м‑н берлектә) кафедра, инә. Китапханаһы, компьютер кластары, редакция‑нәшриәт бүлеге бар. Университет имам‑хатиптар, имам‑мөхтәсибтәр, мөғәллимдәр, ислам фәне һәм ғәр ºп теле уҡытыусылары әҙерләй. Тамамлаусыларға белгес, бакалавр, магистр квалификацияһы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу, ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар бүлектәрендә алып барыла. 1 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. 2009 й. алып монографиялар, уҡытыу‑методик әсбаптар нәшер ителә. РФ, Мысыр, Сүриә, Төркиәнең дини һәм донъяуи юғары уҡыу йорттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Мәҙрәсә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты һәм Беренсе йәмиғ мәсете биналарында, университет 1999 й. алып “Ләлә‑Тюльпан” мәсете эргәһендә (2005 й. тиклем ситтән тороп уҡыу һәм киске бүлектәре), 2002 й. башлап элекке “Ғәлиә” мәҙрәсәһе бинаһында урынлаша. Университет м‑н Н.М.Ниғмәтуллин, Т.С.Тажетдин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Мәҙрәсә дир.: Р.А.Үтәбай‑Кәрими, Ҡасим хәҙрәт Сәлимов; университет ректоры: Р.А.Раев (1999 й. алып).

Р.И.Яҡупов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика