ТӘБИҒИ ШӘКӘРҘӘР, тере организмдар составына ингән полигидроксикарбониллы берләшмәләр һәм уларҙың бик күп химик модификациялар һөҙөмтәһендә (окисланыу, ҡайтарылыу, урын алыштырыусылар индереү) алынған сығарылмалары. Т.ш. үҫемлектәр составында осрай. Моно‑ (глюкоза, фруктоза, галактоза, рибоза һ.б.), олиго‑ (сахароза, мальтоза, лактоза һ.б.), полисахаридтарға (моносахаридтарҙан барлыҡҡа килгән полимерҙар) бүленә. Ашҡаҙан‑эсәк юлында һеңдерелгән (крахмал, гликоген) һәм һеңдерелмәгән полисахаридтарҙы (күҙәнәкле туҡыма, гемицеллюлоза, пектиндар) айыралар. Глюкоза, фруктозанан башҡа (төп сығанаҡтары — бал, татлы йәшелсәләр, емештәр) ирекле моносахаридтар тәбиғәттә һирәк осрай. Олигосахаридтарҙан иң таралғандары — дисахаридтар (сахароза — үҫемлектәрҙә, трегалоза — бөжәк һәм бәшмәктәрҙә, лактоза — имеҙеүселәрҙең һөтөндә осрай). Олигосахаридтарҙың төрлө физиологик актив матдәләрҙе (йөрәк гликозидтары), ҡайһы бер сапониндарҙы (үҫемлектәрҙә), күп антибиотиктарҙы (бәшмәк, бактерияларҙа), гликолипидтарҙы берләштергән күпһанлыгликозидтары билдәле. Моносахаридтар һыуҙа эрей, аҙ поляр органик эреткестәрҙә эремәй. Таутомер әүерелештәргә һәләтлелек моно‑ һәм олигосахаридтарҙың кристаллашыуын ауырлаштыра; әгәр уларға мөмкинлек булмаһа, матдәләр (гликозидтар, сахароза) еңел кристаллаша. Гликозидтарҙың күбеһе (сапониндар) өҫкө йөҙҙә актив матдәләр үҙенсәлектәренә эйә. Полисахаридтар гидрофиль, күбеһе ныҡ йәбешкәк эретмәләр (үҫемлек лайлалары), ҡайһы саҡ ныҡ гелдәр (агар, пектиндар һ.б.), һыуҙа эремәүсе юғары тәртипкә килтерелгән молекуляр структуранан (хитин, целлюлоза) өҫтөн структуралар барлыҡҡа килтерә. Аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә, кондитер сәнәғәтендә, медицинала ҡулланыла. Моносахаридтарҙың спирт барлыҡҡа килтереп әсеүе этил спирты алыуҙа,һыра ҡайнатыуҙа, икмәк бешереүҙә; әсеүҙең башҡа төрҙәре — глицерин, һөт, лимон к‑талары һ.б. етештереүҙә файҙаланыла. Целлюлоза — вискоза сүсе, ҡағыҙ, ҡайһы бер пластик массалар алыр өсөн сеймал. Сахароза, үҫемлек полисахаридтары — органик синтез сәнәғәтендә нефтте алыштырған перспективалы сеймал. Башҡ‑нда Өфө витамин заводында 1976 й. тиклем глюкоза синтетик аскорбин к‑таһы етештереүҙә ҡулланыла, 1976 й. таблеткаларҙа глюкозалы С витамины (1991 й. — порошок хәлендә), 1996 й. алып — кальций глюконаты, 1997 й. — натрий глюконаты сығарыу үҙләштерелгән.

Н.В.Кудашкина

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Яндекс.Метрика