ТЕРПЕНДАР, молекулалары C5H8 изопрен быуындарынан төҙөлгән углеводородтар. Үҫемлектәр туҡымаһында, ҡайһы бер бактерия һәм бәшмәктәрҙең йәшәйеш продукттарында, бөжәктәрҙең секрет бүленделәрендә табылған. Изопрен быуындарының һаны б‑са моно‑, сескви‑ (бер ярымлыҡ Т.), ди‑, три‑ (гормондар, стериндар), тетра‑ (каротин), политерпендар (мәҫ., тәбиғи каучук); молекула төҙөлөшө б‑са ациклик (мәҫ., мирцен), циклик (1 йәки бер нисә ароматик булмаған ҡулсаһы бар; мәҫ., лимонен, камфен) Т. айырыла. Ғәҙәттә Т. уларҙың кислородлы сығарылмалары — терпеноидтар ҡушылып йөрөй. Тығыҙлығы 1000 кг/м3 кәмерәк. Органик эреткестәрҙә эрей, һыуҙа эремәй, майҙарҙы һәм ыҫмалаларҙы яҡшы эретә. Һауала окислана; ҡыҙҙырғанда изомерлаша; катализаторҙар булғанда диспропорциялана; икеләтә бәйләнештә еңел гидрирлана, гидратациялана, галогендарҙы, галогеноводородтарҙы, органик к‑таларҙы һ.б. ҡуша. Т. һәм терпеноидтар тәбиғи сеймалдан ректификациялап, һыуытып һ.б. ысулдар м‑н алына. Индивидуаль ҡулланыла, скипидар, ыҫмалалар, эфир майҙары, бәлзәмдәр һ.б. сифатында косметика, ҡағыҙ һәм ҡатырға етештергәндә; аҙыҡ‑түлек эссенцияһы, дарыуҙар, эреткестәр, пластификаторҙар, инсектицидтар, флотореагенттар һ.б. булараҡ файҙаланыла. Башҡортостанда эфир майҙары составында Т. һәм терпеноидтар булған үҫемлектәр (бөтнөк, мәтрүш һ.б.) үҫә. 20 б. 80‑се йй. Химия ин‑тында Г.А.Толстиков етәкс. Т. химияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр башлана, юғары терпеноидтарҙың селектив трансформациялары үткәрелә, Т. һәм уның сығарылмалары нигеҙендә шешеүгә һәм сей яраға ҡаршы дарыу препараттары уйлап табыла (Л.Ә.Балтина, Ф.З.Ғәлин, О.Б.Казакова, Р.М.Кондратенко, А.Г.Толстиков һ.б.). 90‑сы йй. башында Нефтехимия һәм катализ ин‑тында У.А.Балтаев етәкс. картуф япраҡтарынан сесквитерпен, алабута, дөйәбаш, елемүлән, һабынсәскә, һыйыр телдән стерин алыу б‑са эштәр башҡарыла, уларҙың колорадо картуф ҡуңыҙының һәм бал ҡорттарының йәшәйешенә тәьҫире өйрәнелә. В.Н.Одиноков етәкс. һыйыртел 20‑гидроксиэкдизонының дарыу препараттары синтезындағы трансформацияһы б‑са тикшеренеүҙәр башлана. В.Р.Әхмәтова етәкс. сәнсеүсән шайтан текәненән айырып алынған тараксастан рәтенә ҡараған тритерпеноидтар нигеҙендә стресҡа ҡаршы һәм иммунитетты көсәйткән препараттар эҙләп табыу һәм сығарыу эштәре алып барыла.

О.Б.Казакова, В.Р.Әхмәтова

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.