ТЕРМОРЕАКТИВ ПОЛИМЕРҘАР, реактопластар, полимер ҡоралғанда (ҡара: Ҡораулы полимерҙар) йәки ҡатҡанда кире ҡайтмай торған өс үлсәмле структуралар барлыҡҡа килтереүсе реакцияға һәләтле олигомерҙар (ыҫмалалар) нигеҙендәге пластик массалар. Тултырылған, дисперс‑тултырылған, тултырылмаған Т.п.; олигомерҙар тибы б‑са фено‑ (фенол‑формальдегид ыҫмалалары нигеҙендә), амин‑ (мочевина‑, меламин‑формальдегид ыҫмалалар), эпокси‑ (эпоксид ыҫмалалары), эфир‑ (акрил олигомерҙар), имид‑ (олигоимидтар, имид барлыҡҡа килтереүсе мономерҙар ҡатышмаһы) пластар һ.б. айыралар. Физик‑механик, эксплуатация үҙенсәлектәре полимерҙың тибына, составына, тултырыусыға, модификациялаусы ҡушылмаларға, уларҙың ҡатыу шарттарына бәйле. Т.п. эремәй, ҡуйы һуҙылыусан хәлдә булмай. Төп өҫтөнлөктәре — бәйләүсенең һеңдереү, еүешләү һәләттәрен, ҡуйылығын көйләү мөмкинлеге. Күләмле ултыртыу, ҡатҡан саҡта осоусы матдәләр бүленеүе һөҙөмтәһендә форма боҙола һәм тотороҡло булмай, изделиелар ватылыусан була, уларҙы формалау ваҡыты оҙая. Ҡатыуҙың һуңғы стадияларында ҡабаттан формалап булмай; түбән т‑рала деталдәрҙе химик иретеп йәбештерергә, әҙерәк форма бирергә мөмкин. Дисперс тултырылған Т.п. эшләнгән изделиеларҙы компрессион, ҡойоп преслау, баҫым аҫтында ҡойоу, ҡайһы берҙә формаларға ҡойоп һ.б.; арматураланғандарҙан — сырмау, ҡаплау, тартыу; “ҡоро" тултырыусыларҙан булғандарын вакуумлап, баҫым аҫтында бәйләүесте һеңдереү ысулдары м‑н формалаштыралар; артабан ҡатырып форманы нығыталар. Т.п. эшләнгән деталдәрҙе йәбештерәләр, механик рәүештә тоташтыралар. Айырым йәки композияцияла бәйләүестәр, лак һәм лак‑буяу материалдары, герметиклаштырыусы составтар, композициялы материалдар һ.б. итеп ҡулланалар. Башҡортостанда сеймалды (мочевина, меламин, фенол‑формальдегид ыҫмалалар) һәм Т.п. эшләнгән изделиеларҙы “Салауатбыяла”, “СТЕКЛОНиТ”, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Күмертау авиация производство предприятиеһы ААЙ‑лары, “ПОЛИСТЭК” һәм “ПромПолимер” ЯСЙ‑лары (икеһе лә — Өфө) ҡуллана. Эпоксид ыҫмалалары 2004 й. тиклем “Химпром” ААЙ‑нда сығарыла.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова