УРАЛСИБбанк, ААЙ. “У.” Өфө филиалының 150 һатыу офисы, БР ҡалаларында һәм р‑ндарында 694 банкоматы бар. Һум һәм сит ил валютаһы, ҡиммәтле ҡағыҙҙар м‑н банк операцияларын (ҡара: Коммерция банкыһы, Банкылар), иҫәп‑хисап һәм касса аша хеҙмәтләндереүҙе, юридик һәм физик шәхестәрҙе кредитлауҙы, депозит операцияларын, ашығыс аҡса күсереүҙе, инкассацияны, брокер хеҙмәттәрен, тәңкә һәм аҫыл таштарҙан ҡойолмалар һатыуҙы тормошҡа ашыра, сейф ячейкаларын ҡуртымға биреү б‑са хеҙмәттәр күрһәтә. 2009 й. 2800 кеше эшләй. 1993 й. “Башкредитбанк” респ. инвестиция-кредит банкыһы булараҡ асыла, 1998 й. алып ААЙ, 2002 й. башлап Урал‑Себер Банкыһы, 2005 й. – “УРАЛСИБ” финанс корпорацияһы составындағы “УРАЛСИБ банкыһы” ААЙ‑ның Өфө филиалы.

Илл.: “УРАЛСИБ банкыһы” ААЙ-ның Өфө филиалы

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика