ТОР РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡ‑көнсығышта — Петровский районы, көньяҡта — Мәләүез, төньяҡ‑көнбайышта Стәрлетамаҡ р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1930 й. 20 авг. Стәрлетамаҡ кантоны улустарынан Верхотор р‑ны булараҡ ойошторолған (ҡара: Административ район), 1930 й. 15 окт. — Т.р. 1932 й. 20 февр. бөтөрөлгән, терр‑яһы Мәләүез һәм Петровский р‑ндары составына индерелгән. Майҙаны — 2022 км2. Район үҙәге — Воскресенск а., 1930 й. 15 окт. — Верхотор ауылы. Районда 18 ауыл советы, 105 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 45,3 мең кеше (1930), күпселек урыҫтар йәшәгән. Иҡт. нигеҙен ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә, иген культуралары, мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән, баҡс‑ҡ, балыҡсылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Колхоз, мебель ф‑каһы, 34 дөйөм белем биреү мәктәбе, үҙәк район дауаханаһы, 5 медпункт, 3 уҡыу өйө теркәлгән.

Тәрж. З.Б.Латипова

Яндекс.Метрика