ТҮБӘНГЕ ТРОИЦК ЗАВОДЫ, 1760 й. Ҡазан даруғаһының Ҡыр-Йылан һәм Ҡаңлы улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡыйҙаш й. (Кама й. басс.) буйында И.Г.Осокин (ҡара: Осокиндар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Осокин, 1837 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1826 й.) алып Д.Е.Бенардаки (ҡара: Бенардакиҙар). Троицк тау округына ингән. 1760 й. эшләй башлай. Үрге Троицк заводы эргәһендә ярҙамсы завод итеп файҙаланылған. Гармахер һәм штык горндары, 1 туҡмаҡлы һәм 2 йәйеү сүкеше, 1777 й. 4 баҡыр иретеү мейесе, 2 тимерлек һәм 4 гармахер горны, 1 мәғдән ваҡлау, 2 йоҡартыу һәм 2 ҡом онтау сүкеше булған. 180 мең дисәтинәнән ашыу ер биләғән. 1788—1800 йй. яҡынса 25 мең бот баҡыр иретелгән, уртаса етештереүсәнлек — йылына 2135 бот; макс. — 2579 бот (1790) тәшкил иткән. Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) ваҡытында баш күтәреүселәр тарафынан өлөшләтә емерелә. 1862 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1866 й.) ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Туймазы р‑нының Үрге Троицк а. урынлашҡан.

З.И.Гудкова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.