ҮРГЕ ТРОИЦК ЗАВОДЫ, 1752 й. Ҡазан даруғаһының Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Ҡыҙаш й. (Ыҡ й. ҡушылдығы) буйында И.Г.Осокин (ҡара: Осокиндар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Осокиндар, 1837 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1826 й.) алып Д.Е.Бенардаки (ҡара: Бенардакиҙар), 1866 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1864 й.) — ҡаҙна. Троицк тау округына ингән. 1754 й. эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе, 2 гармахер горны, 1 йоҡартыу сүкеше була. Эшләү дәүерендә заводта яҡынса 250 мең бот саф баҡыр иретелә; макс. етештереүсәнлек — 8,2 мең бот (1859). 1866 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1864 й.) ябыла. Хәҙ. завод торамаһы урынында Туймазы р‑нының Үрге Троицк а. урынлашҡан.

Әҙәб.: П а в л е н к о Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962; Г у д к о в Г.Ф., Г у д к о в а З.И. Из истории южноуральских горных заводов XVIII—XIX веков: ист.-краевед. очерки. В 2 ч. Ч.2. Уфа, 1993; К у л б а х т и н Н.М. Горнозаводская промышленность Башкортостана в XVIII веке. Уфа, 2000.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018