ТУННЕЛЬ (ингл. tunnel), транспорт, һыуҙы ағыҙыу, ер аҫты коммуникацияларын һалыу һ.б. маҡсаттар өсөн хеҙмәт иткән горизонталь йәки ауыш ер аҫты ҡоролмаһы. Тәғәйенләнеше б‑са автомобиль, тимер юл, гидротехник, коммуналь, суднолар, транспорттың бер нисә төрө өсөн Т. (бер киҫелештә), махсус (ГЭС, складтар һ.б. ер аҫты ҡоролмалары составында), йәйәүлеләр, велосипедсылар һ.б. өсөн; урынлашыуы б‑са тауҙағы, һыу аҫты һәм тигеҙ ерҙәге, ҡалалағы һ.б. төрҙәре айырыла. Т. төҙөүҙең ябыҡ (кәртәләнгән, тоташ забой, тау ҡыуышы кеүек; тәрән һәм һай ятҡан Т. төҙөү өсөн ҡулланыла) һәм асыҡ (соҡор, траншея, кәртәләү; һай ятҡан Т. өсөн) ысулдары айырыла. Т. төҙөгәндә ҡаҙма (ер ҡабығындағы яһалма бушлыҡ) эшләнә, тотороҡло тоҡомдар нығытылмай, тотороҡһоҙ булғандарында ваҡытлыса таяуҙар ҡуйыла, унан һуң улар солғап нығытыла (уратып алған тау тоҡомдарының баҫымын тотоп тора һәм һыуҙан изоляциялай); ҡатмарлы шарттарҙа геотехника ысулдары һәм махсус ысулдар (дренажлау, ер тоҡомдарын ҡатырыу, ҡыҫылған һауа ҡулланыла кессон ысулы һ.б.) ҡулланыла. Башҡортостанда Т. проектлау “БашНИИстрой”, “Башкиргражданпроект” ин‑ты, “Архпроект” архитектура фирмаһы, “Георекон” ЯСЙ (икеһе лә — Өфө), тармаҡ проект учреждениелары, ш. иҫ. “Гидропроект институты” ЯСЙ (Мәскәү), һ.б. тарафынан алып барыла. 1976 й. респ. тәүге Ҡарламан т. юл Т. (оҙонлоғо яҡынса 430 м, макс. тәрәнлеге 70 м) төҙөлгән; 1992 й. Мәскәү—Силәбе автомобиль юлына сығыу ҡаралған киҫелешендә ике сығыу урыны булған Өфө автомобиль юлы Т. (1249 м, 60 м) төҙөлә башлай; 2004 й. Йомағужа ГЭС‑ның турбиналарын тәьмин итеү, гидротехник ҡоролмаларының эшләү режимын дөйөм көйләү өсөн гидроузелдың төбөндә һыу ебәргес‑һыу ағыҙыу Т. (381 м, 70 м) файҙаланыуға тапшырыла. 2006 й. Өфөлә транспорт Т. (212 м, 10 м) һәм йәйәүлеләр өсөн Т. (60 м, 10 м; Өфө т. юл вокзалындағы ер өҫтө үткәүелен йәмәғәт транспорты туҡталышы м‑н тоташтыра) төҙөлгән.

Н.З.Готман

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов