РӘСӘЙ МОСОЛМАНДАРЫ ИТТИФАҒЫ, И т т и ф а ҡ ә л ‑ м ө с л и м и н, 1905—07 йй. Рәсәй мосолмандарының либераль‑демократик партияһы. 1905 й. авг. Рәсәй мосолмандарының 1‑се съезында (Түб. Новгород ҡ.) мосолмандарҙың “Иттифаҡ әл‑мөслимин” ижт.‑сәйәси берлеге булараҡ ойошторола, 1906 й. алып Р.м.и. тип үҙгәртелә. 1906 й. ғин. 2‑се съезда (С.‑Петербург) уставы, ваҡытлы программаһы һәм 1‑се Дәүләт думаһына һайлауҙа кадеттарҙы яҡлау т‑да ҡарар ҡабул ителә. Уставҡа ярашлы, Рәсәй биләмәләре 16 мосолман районына бүленә: Аҡмулла (үҙәге — Петропавловск ҡ.), Етеһыу (Верный ҡ.), Кавказ (Баҡы), Каспий аръяғы (Асхабад), Ҡырым (Симферополь ҡ.), Литва (Минск), Омск (Омск ҡ.), Өфө (Өфө), Петербург (С.‑Петербург), Себер (Иркутск ҡ.), Семипалатинск (Семипалатинск ҡ.), Степной (Уральск ҡ.), Төркөстан (Ташкент), Түб. Волга (Әстерхан ҡ.), Үрге Волга (Ҡазан), Ырымбур (Ырымбур ҡ.). Үҙәктәрҙә район мәжлестәре (ком‑ттар) ойошторолоп, уларға эске партия мәсьәләләре м‑н үҙ аллы шөғөлләнеү хоҡуғы бирелгән. Юғары етәксе органы — йыл һайын үткәрелгән партия съезы. Сәйәси партия булараҡ Р.м.и. 1906 й. авг. үткән 3‑сө съезда (Түб. Новгород) раҫлана, программа ҡабул ителеп, уның төп положениелары Халыҡ азатлығы партияһының программа талаптарына тап килә. Милли мәсьәләлә айырымлыҡ булған: кадеттар — “берҙәм һәм бүленмәҫ Рәсәй”, мосолмандар милли‑мәҙәни автономия өсөн сығыш яһаған. Партия ҮК‑һына 15 кеше, ш. иҫ. Өфө губернаһынан вәкил булып С.С.Йәнтүрин, Ш.Ш.Сыртланов, һайланған. Иттифаҡ ағзалары Дәүләт думаһының мосолман фракцияһын ойоштороу инициаторҙары булған. 1907 й. Рәсәй хөкүмәте ҮК‑ға партияны легалләштереүҙе һәм сираттағы съезды үткәреүҙе тыя, уның урынына авг. Түб. Новгородта партия кәңәшмәһе уҙғарыла. Февраль революцияһынан һуң Р.м.и. программаһы өлөшләтә ғәмәлгә аша: Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының милли‑мәҙәни автономияһы иғлан ителә, Милләт мәжлесе саҡырыла.

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018