ПОСЕССИОН ЗАВОДТАР, 18 б. аҙ. Рәсәйҙә посессион хоҡуҡ б‑са шартлы рәүештә биләү өсөн дәүләттән эшселәр (посессион крәҫтиәндәр; уларҙы заводтарға кешеләр һатып алыу т‑дағы — 1721 й. һәм мастеровой кешеләр беркетеү т‑дағы 1736 й. указдар нигеҙендә биргәндәр), аҡса, ер, урман, ер аҫты байлыҡтары алған шәхси кешеләрҙең (дворяндар араһынан түгел) сәнәғәт пр‑тиелары. 19 б. 30‑сы йй. Көньяҡ Уралда 27 тау заводының 5‑һе (19%) посессион булған (Ҡағы заводы, Үҙән заводы, Шылва заводы, Әүжән‑Петровск заводтары). П.з. хужалары пр‑тие милкен һата алмаған һәм ҡаҙнаға аҡсалата (домна мейесенән — 60 һум, баҡыр иретеү мейесенән 3 һум көмөш) һәм натуралата (табылған алтын, көмөш, баҡырҙың — 15%‑ы, иретелгән суйындың 1 ботонан 33/4 тин көмөш), һалым түләргә тейеш булған (дәүләт ярҙамының күләменә ҡарамай, бөтә П.з. бер төрлө һалынған). Хөкүмәт тарафынан П.з. эшмәкәрлеген ҡәтғи билдәләү һәм уны күҙәтеү завод хужаларының үҙаллылығын сикләп, инициативаға, ирекле конкуренцияға урын ҡалдырмайынса, сәнәғәт үҫешенә тотҡарлыҡ яһаған. Посессион крәҫтиәндәр тау сәнәғәте крәҫтиәндәре категорияһынан булып, дәүләт крәҫтиәндәре, алпауыт крәҫтиәндәре, 19 б. башынан даими эшселәр (ҡара: Заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр) араһынан алынған. Улар, завод эштәрендә генә файҙаланылып, башҡа эштәргә йәлеп ителмәҫкә тейеш булған. Тау идараһының рөхсәтенән тыш, хужалар мастеровой һәм эшсе кешеләрҙе бер заводтан икенсеһенә күсерә, пр‑тие эшен туҡтатып тора йәки яба алмаған. 1861 й. 16 мартындағы һәм 1863 й. 27 майындағы указдар нигеҙендә посессион крәҫтиәндәр хоҡуҡтары б‑са крәҫтиәндәрҙең башҡа категориялары м‑н тигеҙләнгән. 1801 й. П.з. хеҙмәт етештереүсәнлеге 195,2 мең бот суйын (төбәктәге шәхси заводтарҙа дөйөм иретелгән суйындың 21%‑ы) һәм 140,3 мең бот тимер (24%) тәшкил иткән; 1860 й. шәхси заводтар араһында тимер һәм суйын етештереүҙә П.з. өлөшө 13% булған. Революциянан (1917) һуң П.з. национализацияланған.

Р.З.Мөҙәрисов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика