“РЕСПУБЛИКА БАШКОРТОСТАН”, респ. ижт.-сәйәси гәзите. Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Өфөлә аҙнаһына 5 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы – 33 мең дананан ашыу (2008). Тарихы “Уфимский рабочий”, “Вперёд”, “Известия Уфимского губернского революционного комитета” (“Өфө губернаһы революцион комитеты хәбәрҙәре”; 1919–22 йй. сыға, мөхәррирҙәре: Я.Я.Грунт, Ф.Дингельштедт, Б.М.Эльцин), “Власть труда” гәз. башлана. 1925 й ғин. алып “Красная Башкирия” (“Ҡыҙыл Башҡортостан”); 1951 й. сент. – “Советская Башкирия” (“Совет Башҡортостаны”); 1999 й. июненән “Известия Башкортостана” (“Башҡортостан хәбәрҙәре”) гәз. м‑н берләшкәндән һуң, “Советская Башкирия – Известия Башкортостана” исеме м-н нәшер ителә. 2001 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Гәзит респ. ижт.-сәйәси, соц.-иҡт. һәм мәҙәни тормошон, әҙәбиәт, фән, мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы яҡтырта; респ. юғары дәүләт власы органдары эшмәкәрлеге хаҡында хәбәрҙәр бирә, БР-ҙың норматив хоҡуҡи документтарын –закон һәм кодекстарҙы, БР Президенты указдарын, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм БР Хөкүмәте ҡарарҙарын һәм бойороҡтарын баҫа. Рубрикалары: “Иҡтисад”, “Сәйәсәт”, “Йәмғиәт”, “Мәҙәниәт”, “Белем биреү”, “Көн күренеше”, “Документтар”, “Шәмбе осрашыуҙары” һ.б. Гәзит Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м-н бүләкләнгән (1967). Баш мөхәррирҙәре: Д.А.Лебедев (1925 й. алып), И.Бойцов (1927 й. алып), В.Чернявский (1929, 1932–36), А.Левицкий (1930–32), И.П.Чистяков (1937), В.М.Мартовский (1938), Н.В.Перминов (1938, 1940–42), В.П.Крюков (1939), П.Д.Резников (1943 й. алып), Г.К.Цветков (1944 й. алып), Б.Е.Заславский (1945 й. алып), А.Утешев (1947 й. алып), З.Х.Рахманҡолов (1950 й. алып), Х.С.Сайранов (1954), С.И.Востриков (1954–55), И.В.Давыдов (1955 й. алып), Г.Г.Михеев (1961 й. алып), Н.П.Каменев (1976 й. алып), В.Н.Огородников (1988–91, 1998–2003), В.А.Устинков (1991 й. алып), С.Озеров (1994–98), Н.А.Супряга (2003 й. алып), Т.Н.Сырвачёва (2008 й. алып).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Яндекс.Метрика