“НАШИ КИГИ” (“Беҙҙең Ҡыйғы”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Ҡыйғы р‑нының Үрге Ҡыйғы а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм башҡ. (“Беҙҙең Ҡыйғы”) телдәрендә сыға. 1930 й. дек. алып башҡ. телендә “Колхоз көсө”, 1931 й. — “Колхозға”, 1935 й. — “Социализмға”, 1940 й. — “Коммунизмға”, 1965 й. алып “К коммунизму” (“Коммунизмға”) исеме м‑н урыҫ телендә лә нәшер ителә, 1991 й. — “Жизнь района” һәм “Район тормошо”, 2006 й. алып хәҙ. исемдәр м‑н сыға. 1963—64 йй. нәшер ителмәй. 

Г.Ф.Ғәлиуллина

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика