“МОЛОДЁЖНАЯ ГАЗЕТА” (“Йәштәр гәзите”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 6 мең дана (2013). Тарихы “Йәш юҡсыл” (1923 й. алып сыға; ҡара: “Йәш коммунар”) гәз. башлана, 1934 й. алып “Комсомолец Башкирии” (“Башҡортостан комсомолы”) булып урыҫ телендә нәшер ителә, 1951 й. башлап урыҫ телендә “Ленинец” һәм башҡ. телендә “Ленинсы” (1990 й. алып үҙ аллы гәзит; ҡара: “Йәшлек”) исеме аҫтында сыға; 1996 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1941 й. авг. — 1950 й. дек. нәшер ителмәй. Гәзиттә хәҙ. йәштәр__ҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт һ.б. өлкәләрҙәге уңыштар т‑да мәҡәләләр баҫыла, сәйәси, соц.‑иҡт. мәсьәләләр яҡтыртыла, сәләмәт тормош алып барыу, әхлаҡлылыҡты, рухилыҡты, патриотизмды тергеҙеү пропагандалана. Рубрикалары: “Нисек йәшәйһегеҙ, йәштәр?”, “Республика”, “Спорт кесаҙнаһы”, “Музбаҙар”, «“МГ” ҡунағы» һ.б. 2002 й. алып йыл һайын “Абитуриент” исемле ҡушымта сығара. Баш мөхәррирҙәре: А.Бабин (1934 й. алып), В.В. Кирьянов (1937 й. алып), С.И.Ткачёв (1938 й. алып), И.А.Гутров (1940 й. алып), Ғ.М.Ғарипов (1951 й. алып), Р.М.Дашкин (1956 й. алып), Марс.А. Ғафуров (1967 й. алып), В.Х.Мостафин (1973 й. алып), У.Ғ.Сәйетов (1980 й. алып), М.Т.Әбүзәров (1982 й. алып), Б.Ғ.Назарғолов (1989 й. алып), С.Н.Кузнецов (1991 й. алып), В.М.Харитонцев (1993 й. алып), В.В.Скворцов (1994 й. алып), В.А.Савельев (1995 й. алып), Т.Н.Сырвачёва (2000 й. алып), Я.В.Голобородько (2008 й. алып). 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика