СЫСҠАНДАР (Muridae), кимереүселәр ғаиләһе. Яҡынса 120 заты, 500-ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР-ҙа 4 затҡа (өйсысҡандары, урман һәм баҫыу сысҡандары, ваҡ сысҡандар, ябай ҡомаҡтар) ҡараған 6 төр бар. Кәүҙәһе һомғол, яҡшы күренгән муйын билтәге м-н, оҙонлоғо 7-нән алып (ваҡ сысҡан) 27 см тиклем (һоро ҡомаҡ), ауырлығы 10-дан алып 570 г тиклем. Йөн ҡатламы ҡыҫҡа, бер төрлө йәки шырт һәм мамыҡҡа бүленгән. Төҫө һоронан алып көрәнгә тиклем, ҡайһы берҙә арҡаһы ҡара төҫтәге буй һыҙатлы. Күҙе һәм ҡолағы ҙур түгел. Томшоғо бер аҙ оҙонса һәм осло йәки тупаҡ. Артҡы аяғы алғыһына ҡарағанда бер аҙ оҙонораҡ, табаны ғәҙәттә оҙон, тар. Ҡойроғо оҙон (6,5—22 см), кәүҙә оҙонлоғона тигеҙ йәки унан оҙонораҡ, яланғас йәки аҙ йөнлө. Полигам. Яҙғы-йәйге быуын енси яҡтан 2-3 айҙа, көҙгөһө — 8—9 айҙа өлгөрә. Йылына 2—4 тапҡыр, һирәгерәк 8—10-ға тиклем 3—6 (15-кә тиклем) бала тыуҙыра. 1,5—2 йыл йәшәй. Тәүлек әйләнәһенә йәки эңерҙә һәм төндә әүҙем. С. орлоҡтар, емештәр, һирәгерәк бөжәктәр һәмүҫемлектәрҙең йәшел өлөштәре м-н туҡлана; һоро ҡомаҡ бөтә нәмәне лә ашай. Урманда (һарытамаҡ сысҡан, ваҡ урман сысҡаны), болонда, баҫыуҙа, ҡалдауҙа, ҡыуаҡлыҡ үҫентеләрендә (баҫыу сысҡаны, ваҡ сысҡан) йәшәй. БР-ҙың бөтә терр-яһында таралған. Амбар ҡоротҡостары, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡортҡостары, инфекцион ауырыу (ҡотороу ауырыуы, талпан энцефалиты, тағун һ.б.) таратыусылар булып тора. С. м-н йыртҡыс ҡоштар һәм имеҙеүселәр туҡлана. Аҡ ҡомаҡтарҙы һәм сысҡандарҙы лаб. хайуандар итеп үрсетәләр.

 А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика