СТРИЖКОВА Раиса Семёновна (5.1.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Әлшәй иген с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Первомайский а., — 26.4.2002, Ишембай ҡ.), тележурналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1979). Журналистар союзы ағзаһы (1958). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1953), Ленинград юғары партия мәктәбен (1962) тамамлаған. 1953 й. алып Мәләүез ҡ. 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1954 й. башлап БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар дәүләт ком‑ты мөхәррире, 1959—62 йй. һәм 1964—88 йй. баш мөхәррире. “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!” (“Алло, мы ищем таланты!”), “Минең Башҡортостаным” (“Мой Башкортостан”), “Сәнғәт календары” (“Календарь искусств”) телевизион тапшырыуҙары, “Башҡорт сувениры” (“Башкирский сувенир”), “Дуҫлыҡ меридиандары буйлап” (“Меридианами дружбы”), “Башҡорт балы” (“Башкирский мёд”), “Ҡаҙ өмәһе” (“Праздник гуся”) һ.б. к\ф сценарийҙары авторы. С. ҡатнашлығында “Йәш энтузиастар төҙөлөштә” (“Молодые энтузиасты на стройке”) тапшырыуҙар циклы, “Туй” (“Свадьба”) фильм‑концерты, “Эфирҙа карнавал” (“Карнавал в эфире”) Яңы йыл тапшырыуы һ.б. сығарыла.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика