СТӘРЛЕ, йылға, Ашҡаҙар й. һул ҡушылдығы. Стәрлебаш р‑ны Стәрлебаш а. көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта башлана. Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға һәм Ашҡаҙар й. (тамағынан 2 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 78 км, басс. майҙаны 630 км2. Ҡар һыуы м‑н туйына. Стәрлетамаҡ р‑ны Яңы Отрада а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 2,1 м3/с. Йылға басс. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ‑көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы ҡоро болондарҙан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле далаларҙан тора. Басс. үрге ағымда 30%‑ын, түбәнге ағымда 8%‑ын урман ҡаплаған, 70%‑ҡа тиклем һөрөлгән. Иң ҙур ҡушылдығы — Оло Ҡайраҡлы (һул).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Яндекс.Метрика