СТАРООБРЯДСЫЛЫҠ, с т а р о в е р л ы ҡ, патриарх Никондың сиркәү реформаларын ҡабул итеүҙән баш тартҡан дини ағымдар йыйылмаһы. 17 б. 2‑се ярт. Урыҫ православие сиркәүенең бүлгеләнеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. С. эйәреүселәре (старообрядсылар) грек өлгөһө б‑са үҙгәртелгән дини китаптарҙы, йолаларҙы, яңы иконаларҙы танымай. 17 б. аҙ. — 18 б. башында С. поповсыларға (ҡара: Беглопоповсылар, Белокриницкий иерархияһы) һәм беспоповсыларға тарҡала, улар толктарға һәм согласиеларға бүленә. 1905 й. тиклем старообрядсылар “раскольниктар” тип йөрөтөлә, эҙәрләүгә дусар ителә. 17 б. 60‑сы йй. уртаһында Башҡортостандың Урал аръяғында Далматов Успение ирҙәр монастыры С. үҙәге булып тора. 18 б. 2‑се сирегендә Табын ҡәлғәһендә старообрядсылыҡ скиты ойошторола (1740 й. тиклем була), 30—40‑сы йй. старообрядсылар Ырымбур һәм Уҫы ҡҡ. күренә башлай. Ырымбур губернаһында 1820 йй. яҡынса 25 мең старообрядсы йәшәй, 1847 й. уларҙың бер өлөшө (7%) диндәшлеккә күсә. Беспоповсылар — Быҙаулыҡ өйәҙендә, Өфө өйәҙендә, Силәбе өйәҙендә, поповсылар Бәләбәй өйәҙендә, Троицк өйәҙендә өҫтөнлөк итә. 19 б. аҙ. Өфө губернаһында старообрядсылар һаны 40 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. 1909 й. Өфө губ. 25 старообрядсылыҡ общинаһы теркәлгән (шуларҙың 7‑һе — Өфөлә). 1917 й. — яҡынса 60, 1931 й. 13 сиркәү һәм ғибәҙәт йорто иҫәпләнә (30‑сы йй. аҙ. ябыла). 40—70‑се йй. 5 община (1 беглопоповсылар һәм 4 беспоповсылар) эшләй. БР‑ҙа поповсылыҡ йүнәлешендәге старообрядсылар — Урыҫ православие старообрядсылыҡ сиркәүенә (Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Әлшәй р‑ндары) һәм Урыҫ Древлеправославие Сиркәүенә (Бәләбәй, Өфө ҡҡ., Туймазы һәм Әлшәй р‑ндары) йөрөүселәрҙән; беспоповсылар поморье толкына (Архангел, Иглин, Туймазы р‑ндары), спас (Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ.), миләш (Благовещен, Мәләүез, Өфө р‑ндары), федосей (Өфө һәм Асҡын р‑ны), дәрүиш (Балаҡатай р‑ны), часовня (Благовещен р‑ны) согласиеларына ҡараған старообрядсыларҙан тора. 2009 й. Древлеправославие Поморье сиркәүенең Старообрядсылыҡ Поморье общинаһы (Өфө), спас согласиеһының 2 ойошмаһы (Салауат, Стәрлетамаҡ), Урыҫ Древлеправославие Сиркәүенең 2 ойошмаһы (Бәләбәй, Стәрлетамаҡ), старообрядсылыҡ ғибәҙәт йорто (Стәрлетамаҡ) теркәлгән.

Әҙәб.: Д а н и л к о Е.С. Старообрядчество на Южном Урале: очерки истории и трад. культуры. Уфа, 2002.

Е.С.Данилко

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика