СПАС СИРКӘҮЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1824 й. рухани И.Г.Несмелов һәм мәхәлләселәрҙең аҡсаһына 1773 й. Пресвятая Богородица Благовещениеһы һәм 1779 й. Спас Нерукотворный хөрмәтенә ҡоролған, 1821 й. янған 2 ағас сиркәү урынында төҙөлә һәм 1844 й. изгеләндерелә. Бер көмбәҙле, 3 ярусы булған ике манаралы, 7 ҡыңғыраулы, таш бағанаға ултыртылған сүкелгән ҡойма м‑н кәртәләнгән таш сиркәү классицизм стилендә төҙөлә. Сиркәүҙең фасадын ярым түңәрәк колоннада (36 колонна) биҙәй. Эсендә Спас Нерукотворный Образы һәм Тихвин Божья Матерь иконалары төп урынды алып тора. Иконаларҙың ҡайһы берҙәре Мәскәүҙә, башҡалары Филарет етәкс. Троица‑Сергий лавраһында (Сергиев Посад ҡ.) эшләнә. 1850 йй. сиркәүгә иконостас ҡуйыла (1885 й., 1903 й. яңыртыла һәм яңынан изгеләндерелә). 1892 й. ҡорамдың стеналары һәм алғы яғының өҫтө биҙәлә. Сиркәүҙең 3 өҫтәле була: төп — Ҡотҡарыусы Христостың Нерукотворный Образы хөрмәтенә (1844 й. изгеләндерелә), уң приделда — Святитель Николай хөрмәтенә (1829), һул приделда — Христос Раштыуаһы хөрмәтенә (1845). Сиркәү манараһының береһендә часовня була. 1881 й. алып фәҡирҙәргә ҡарата попечителлек эшләй. 1882 й. С.с. таш Николай сиркәүе беркетелә. Причт рухани, дьякон һәм псаломсынан тора. 1899 й. мәхәлләгә 439 диндар, ш. иҫ. 219 ир һәм 220 ҡатын‑ҡыҙ (шуларҙың 16‑һы расколсы), ҡарай. 1929 й. ябыла, 1930 й. манаралары м‑н колоннадаһы, 1941 й. көмбәҙле барабаны емертелә; сиркәү бинаһында төрлө учреждениелар урынлаша. 1994 й. диндарҙарға ҡайтарыла, тергеҙеү эштәре алып барыла. 2004 й. башлап даими дини хеҙмәттәр үткәрелә. Билдәле настоятелдәре: И.Г.Несмелов (1823—59), М.А.Шестаков (1897—1919), Р.С.Тарасов (2004 й. алып). Бина — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Уфимская епархия Русской Православной Церкви. М., 2005; Н и г м а т у л л и н а И.В. Старая Уфа: ист.‑краеведч. очерк. Уфа, 2007.

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 Текст на русском языке

Яндекс.Метрика