СӨН, Көсәләү, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Шаран р‑ны Йәнәхмәт а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа, Үрҙәкйылға й. тамағынан — төньяҡ‑көнбайышҡа, Баҡалы р‑ны Саҡат а. — төньяҡ‑көнсығышҡа, БР‑ҙың Илеш р‑ны Һеңрән а. алып ш. уҡ райондың Яңы Айыу а. киңлегенә тиклем ТР сиктәре буйлап (Ҡәлмиә һәм Терпеле йй. араһында — ТР буйлап) аға. Ағиҙел й. (тамағынан 83 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 209 км, басс. майҙаны 4500 км2, дөйөм түбәнәйеүе 207 м. Ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 65%‑ы — яҙғы (апр.—май), 20%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 15%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 14,8 м3/с. Йылға басс. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяғында, өфө ярусы һәм ҡазан ярусы алевролиттарынан, ҡомташтарынан, эзбизташтарынан, доломиттарынан, мергелдәренән, аргиллиттарынан торған Кама‑Ағиҙел убалы уйпатлығында урынлашҡан. Ландшафы типик ҡара тупраҡтағы урман‑даланан тора, көнсығыш өлөшөндә һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урман осрай. Басс. 22%‑ын урман ҡаплаған, 60%‑ы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Шалтыҡ, Шаран, Тиләгәҙе, Маты; һул — Иҙәш, Өшә, Шәрәшле һ.б.

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Яндекс.Метрика