СӨЛӘЙМӘНОВ Ғ. МУЗЕЙЫ, Баймаҡ р‑ны 1‑се Төрөкмән а. урынлашҡан. 1992 й. Ғ.З.Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. Шул уҡ йылда экспозиция асыла. 1995 й. алып Милли музей филиалы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 700‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. ҡурайсының шәхси әйберҙәре, наградалары, тормошо һәм ижады т‑да фото һәм документаль материалдар, уның Р.М.Нурмөхәмәтов яҙған портреты. Шулай уҡ Баймаҡ р‑нының билдәле ҡурайсылары т‑да материалдар, ҡурай коллекцияһы күрһәтелгән. 3 залда урынлашҡан экспозиция этнография, мемориаль һәм ауыл тарихы бүлектәренән тора. Музейҙа күмәк кеше ҡатнашлығында халыҡ байрамдары, йәш ҡурайсылар конкурстары ойошторола.

Г.Н.Туҡтарова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Яндекс.Метрика