СӨЛӘЙМӘНОВ Ғәбделвәхит (1786 – 4.8.1862, Өфө, мосолман зыяратында ерләнгән), дин әһеле, Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө (1840—62). Ахун (1822). Тархан (1832). Сәйет биҫтәһендә мәҙрәсә тамамлаған (ҡара: Ҡарғалы мәҙрәсәләре). Фарсыһәмғәрәп телен белгән. 1822 й. алып граждан имам-хатибы, 1828 й. — Кавказ ярым эскадронында, 1835 й. башлап Царское Село кадет корпусында мосолман дине ғилемдәрен уҡыта (бөтәһе лә — С.‑Петербург). 1826 й. батша хөкүмәте тарафынан Оло һәм Урта Йөҙ хандары м‑н һөйләшеүҙәр алып барыуға йәлеп ителә. 1856 й. алып төрмәләр б‑са Ырымбур попечителлек ком‑ты директоры. Ырымбур мосолман диниә назаратын реформалау проекттары б‑са эшләй, мосолман уҡыу йорттарында донъяуи предметтарҙы уҡытыу яҡлы була. Граждандар ҡануниәте һәм шәриғәт нормалары нигеҙендә “Ғаилә‑никах мөнәсәбәттәре ҡағиҙәләре”н (“Правила семейно‑брачных отношений”, 1841) төҙөй һәм нәшер итә.

Әҙәб.: Солтанов М.М. мәҡ. ҡарағыҙ.

Д.Д.Азаматов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Яндекс.Метрика