СОЛТАНОВ Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәрип улы (1837 – 12.6.1915, Өфө, Беренсе йәмиғ мәсете терр‑яһында ерләнгән), дин әһеле, Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө (1886—1915). Солтановтар нәҫеленән. Ҡазан ун‑тында уҡыған (1856). 1857—59 йй. Башҡорт ғәскәренең командующийы һыҙма бүлегендә хеҙмәт итә, 1861 й. алып 20‑се, 1863 й. — 7‑се Минзәлә кантоны нач., 1866—85 йй. Бәләбәй өйәҙенең һәм Минзәлә өйәҙенең мировой аралашсыһы, мировой судьяһы. 1886 й. башлап төрмәләр б‑са Өфө губ. попечителлек ком‑ты директоры. 1893 й. хажға бара. С. ҡатнашлығында Ырымбур мосолман диниә назараты ислам мәғарифы системаһын реформалау программаһы ҡабул ителә; ваҡыфты киңәйтеү, мосолман хәйриә учреждениеларын ойоштороу яҡлы була. Башҡ. улустары ышаныслыларының Өфө губ. кәңәшмәһен (1905 й. 22—25 июне), Мосолмандарҙың Рәсәй армияһында хеҙмәт итеүе проблемалары б‑са кәңәшмәһен (1906 й. 5 февр.; икеһе лә – Өфө) ойоштороусы һәм етәксе. “Аль‑Галями аль‑Ислами” (“Әл‑Ғаләми әл‑Ислами”; ҡара: Гәзит) гәз. һәм “Мәғлүмәт мәхкәмәи шәрғиә әл‑Ырынбургиә” ж. нәшер итеү инициаторы. 1‑се дәрәжә Изге Анна (1896), 1‑се дәрәжә Изге Станислав (1888) орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: А з а м а т о в Д.Д. Оренбургское магометанское духовное собрание в конце XVIII—XIX вв. Уфа, 1999.

Д.Д.Азаматов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Яндекс.Метрика