СОҠОРОЙ Ғ. МУЗЕЙЫ, Тәтешле р‑ны Иҫке Соҡор а. урынлашҡан. 2001 й. Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2002 й. алып Милли әҙәби музей филиалы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 230‑ҙан ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ғ.Соҡорой төҙөгән “Ирәкте ырыуы шәжәрәһе”, уның бер нисә китабы күсермәләре; шағирҙың портреты (художник А.Ҡунаҡбаев) һәм бюсы (скульптор И.К.Шәйхиев); Кейековтар ырыуы Ҡөрьәне; нумизматик коллекция. Экспозиция шағир‑суфыйҙың тормошона һәм ижадына, уның тыуған ауылы тарихына арналған бүлектәрҙән, ш. уҡ урындағы халыҡтың көнкүреш традицион предметтары күрһәтелгән этнография бүлегенән тора. Музей күмәк кеше ҡатнашлығындағы байрамдар (“Шәжәрә байрамы” һ.б.) һәм кисәләр үткәрә, тематик (ш. иҫ. күсмә) күргәҙмәләр, Иҫке Соҡор һәм Иҫке Күрҙем аа. иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар ойоштора.

З.А.Арманшина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Яндекс.Метрика