СИРКӘҮ‑МӘХӘЛЛӘ МӘКТӘПТӘРЕ, Рәсәйҙәге башланғыс уҡыу йорттары. Мәхәллә училищелары урынына “Башланғыс халыҡ училищелары тураһында положение”ға (1864) ярашлы ойошторолалар. “Сиркә .-мәхәллә мәктәптәре тураһында ҡағиҙәләр” гә (1884) ярашлы эшләйҙәр. Изге Синод ҡарамағында булалар, уның, дәүләт ҡаҙнаһының, земстволарҙың һәм ауыл йәмғиәттәренең аҡсаһына тотолалар. Бөтә ҡатлам балалары ҡабул ителә. Уҡытыу бушлай була. 1 класлы С.‑м.м. уҡыу курсы 2 йыл тәшкил итә, 2 класлыларҙа — 4 (1890 йй. аҙ. — 3 һәм 6 йыл). Уҡыу программаһына Алла Ҡануны, сиркәү йыры, сиркәү‑славянса уҡыу, урыҫ теле, арифметика, матур яҙыу, ш. уҡ 2 класлы С.‑м.м. урыҫ һәм сиркәү тарихының башы инә. Дини уҡыу йорттарында белем алған кешеләр, ш. уҡ руханиҙар, дьякондар, псаломсылар уҡытҡан. 1918 й. С.‑м.м. бөтөрөлә. Өфө епархияһында тәүге С.‑м.м. 1868 й. Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры һәм Илья пәйғәмбәр ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры эргәһендә асыла. 1900 й. Өфө губернаһында — 161, Ырымбур губернаһында 198 С.‑м.м. эшләй. Уҡытыусылар Епархия ҡыҙ балалар училищеһында, Ир балалар дини училищеһында, Өфө дини семинарияһында һәм сиркәү‑уҡытыусылар мәктәптәрендә, Ырымбур дини семинарияһында әҙерләнә.

Т.М.Әминев, Л.Я.Әминева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика