“САЛАУАТ ЮЛАЕВ”, нәфис фильм. 1941 й. “Союздетфильм” к/ст төшөрә (сценаристары С.П. Злобин һәм Г.С.Спевак, реж. Я.А.Протазанов, операторы А.В. Шеленков, комп. А.И. Хачатурян). Ролдәрҙә: А.Ҡ.Мөбәрәков (Салауат), М.П.Болдуман (Е.И.Пугачёв), Н.А. Крючков (Хлопуша), М.Глузский (Абдрахман), Н.Федотова (Әминә), ш. уҡ БАДТ артистары Х.Бохарский, Ә.Ф.Зөбәйеров, Ғ.М.Минһажев, Р.С. Сыртланов, С.Н.Сәйетов һ.б. Фильмды Мәскәүҙә, Өфөнөң тирә‑яғында һәм БАССР‑ҙың Маҡар р‑нында (хәҙ. БР‑ҙың Ишембай р‑ны) төшөрәләр. Фильмдың төп темаһы — Салауат Юлаев етәкс. башҡорттарҙың ижт. һәм милли ғәҙеллек өсөн көрәше [ҡара: Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75)]. Буй‑һыны, тәьҫирле мимикаһы, интонацияларға бай тауышы Мөбәрәковҡа героик образды асырға ярҙам итә. Картинала художество көсө б‑са мөһим булған күренештәр күп: Салауаттың Пугачёв м‑н осрашыуы, башҡ. яугирҙарының И.И.Михельсон ғәскәре м‑н алышы, Салауаттың ҡасыуы һ.б. Ҡайһы бер тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләүҙә хаталар булыуға ҡарамаҫтан, “С.Ю.” фильмы — Башҡортостан тарихына арналған иң яҡшы кинематографик әҫәрҙәрҙең береһе.

В.В.Сидоров

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Яндекс.Метрика