САЛАУАТ ЮЛАЕВ МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы (1987). Салауат р‑ны Малаяҙ а. урынлашҡан. 1965 й. Әлкә һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө булараҡ ойошторола, 1975 й. алып Малаяҙҙа Салауат Юлаев ис. тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1984 й. “халыҡ” исеме бирелә, 1991 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Тарих музейы фондында 3 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Пугачёв армияһы байрағының, Салауат Юлаев ҡул ҡуйған указ һәм хаттарҙың, тикшереү документтарының күсермәләре; Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) т‑да матди һәм документаль материалдар һ.б. Геройҙың образын асҡан Ә.С.Арыҫланов, А.А.Кузнецов, А.П.Лежнев, Р.М.Нурмөхәмәтов һ.б., Тәкәй һәм Аҙналы аа. тирә‑яғын, Салауат ҡаяһын, Салауат р‑ны Иҙрис а. эргәһендәге мәмерйәне (ҡара: Иҙрис мәмерйәһе) һ.б. һүрәтләгән урындағы рәссам А.Т.Заһиҙуллин картиналары; “1774 й. 3 июнендә Әй й. буйындағы Ҡыйғы а. эргәһендә Е.И.Пугачёв һәм С.Юлаев отрядтарының И.И.Михельсон корпусына ҡаршы алышы” диорамаһы бар. Этнография залында балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ, һунар т‑да экспонаттар; традицион биҙәүестәр, эш ҡоралдары, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, тирмә интерьеры күрһәтелгән. 1995 й. алып музейҙа “Йәш салауатсы” йәмғиәте эшләй. 2003 й. Әлкә а. геройҙың бала саҡ йылдарына арналған музей бүлеге асыла. Унда үҙәк урынды “Салауаттың бала сағы” диорамаһы биләй.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Яндекс.Метрика