САЙРАНИ Ғариф (1791, Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Моталлап а., хәҙ. БР‑ҙың Ишембай р‑ны Һайран а., — 1856), дин, суфыйсылыҡ әһеле. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә, Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә һәм Бохара, Ҡабул, Бағдад мәҙрәсәләрендә уҡыған. Тыуған яғына ҡайтҡас, Юрматы улусы мәҙрәсәһендә уҡыта. Шәреҡ филос. б‑са ғәрәп телендәге фәнни хеҙмәттәр авторы.

Әҙәб.: Вәлиди Туған Ә. Хәтирәләр. Өфө, 1996.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика