СӘҒИТОВ М. МУЗЕЙЫ, Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. урынлашҡан. 1995 й. Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2002 й. алып Милли әҙәби музей филиалы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Әҙәби музей фондында 400‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. М.М.Сәғитовтың шәхси әйберҙәре, документтары, фотоматериалдары, мәҡәләләре, ҡулъяҙмалары, диссертация эшенең планы; ул ҡатнашҡан фольклор экспедициялары, халыҡ‑ара конференциялар, симпозиумдар, фәнни форумдар материалдары.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Яндекс.Метрика